Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 192.

— Ә мин артабан ниҙәр булғанын һөйләй алам... Әгәр теләһәгеҙ... — тине.

Мин уның һөйләгәнен дә тыңланым. Ләкин ул турала үҙем һөйләй алмайым. Мин былай итәм: бында Петр Ли- дов һөйләһен. Ул Зөя тураһында тәү башлап яҙған, тәү башлап Петрищевоға ул барған; Зояны нисек ғазаплау- ҙары, уның нисек һәләк булыуы тураһында өр-яңы эҙҙәр буйынса һорашып белгән.

БЫЛ НИСЕК БУЛҒАН «Һәм бына Зояны өйгә алып инделәр ҙә һикенән урын күрһәттеләр. Зөя ултырҙы. Уның ҡаршыһында, өҫтәлдә, телефондар, яҙыу машинкаһы, радиоалғыс тора һәм штаб ҡағыҙҙары ята.

Офицерҙар йыйыла башланы. Өй хужаларын (Воро- ниндарҙы) ҡыуып сығарҙылар. Әбей кеше тиҙ генә сығып китә алмай торҙо. Офицер уға; «Матка, фьють!» — тип ҡысҡырҙы ла арҡаһынан төрткөләп сығарҙы.

197-се дивизияның 332-се полкы командиры подпол­ ковник Рюдерер үҙе һорау алды.

Кухняла ултырһалар ҙа, Ворониндар бүлмәлә ни бул­ ғанын ишетеп торҙолар. Офицер һорауҙар бирә, ә Зоя (ул үҙен ана шул ваҡытта Таня тип атаны) һорауҙарға һис тотлоҡмайынса, ҡаты тауыш менән, ҡыйыу яуаптар бирә.

— һ еҙ кем? — тип һорай подполковник.

— Әйтмәйем.

— Конюшняға ут төртөүсе һеҙме?

— Эйе, мин.

— һеҙҙең маҡсатығыҙ?

— һеҙҙе юҡ итеү.

Пауза.

— Һеҙ фронт һыҙығы аша ҡасан үттегеҙ?

— Йома көн.

— һ еҙ бик тиҙ килгәнһегеҙ.

— Нимә, ауыҙ асып, ҡарап торорға инеме әллә?

Зоянан уны кем ебәргәнлеге, уның менән кемдәр бул­ ғанлығы тураһында һоранылар. Үҙенең дуҫтарын тотто- роуын талап иттеләр. Яуаптар ишек аша ишетелеп тора: «юҡ», «белмәйем», «әйтмәйем», «юҡ». Ш унан һуң һауала ҡайыш һыҙғыра башлағаны, тәнгә һыҙырыуҙар ишетелә. Бер нисә минуттан йәш кенә бер офицер бүлмәнән кухня­ 192
Закрыть