Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 185.

юйылған. Ҡапыл, ҡара менән бик ваҡ, ләкин анһат та­ нырлыҡ итеп, Зоя ҡулы яҙған юлдар: . «Кешенең бөтә нәмәһе лә: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, фекерҙәре лә гүзәл булырға тейеш» (Чехов).

«Коммунист булыу — тәүәккәл булыу, уйлау, теләү, ҡыйыу булыу тигән һүҙ ул» (Маяковский).

Икенсе битендә ҡәләм менән ашығыс ҡына яҙылған һүҙҙәр күрҙем: «Отелло»ла — хәҡиҡәттең юғары идеалда­ ры өсөн, әхлаҡ һәм рухи сафлыҡ өсөн кешенең көрәше- үе. «Отелло»ның темаһы — кешенең ысын, ҙур тойғоһо­ ноң еңеүе».

Йәнә: «Шекспир әҫәрҙәрендә геройҙың һәләк булыуы юғары әхлаҡ башланғысының тантана итеүе менән бер­ гә бара».

Таушала төшкән был бәләкәй ҡуйын дәфтәрен ҡара­ ғанда, мин Зояның тауышын ишетәм, уның һынаусан, ет­ ди күҙҙәрен, оялсан йылмайыуын күрәм кеүек тойолдо.

Бына Сережа тураһында «Анна Каренина»нан алын­ ған өҙөк: «Уға туғыҙ йәш, ул бала ине; ләкин ул үҙенең күңелен белә, ул уға ҡәҙерле, күҙ ҡабағы күҙҙе һаҡлағаң, кеүек, ул үҙ күңелен һаҡлай ине, һәм мөхәббәт асҡысы­ нан башҡа унда бер кемде лә индермәй ине».

Үҙем уҡыйым, үҙемә быларҙың бөтәһе лә Зояның үҙе тураһында әйтелгән кеүек тойола, һәр ваҡыт, һәр бер юл артынан ул миңә ҡарап тора ине.

«Маяковский — ҙур темпераментлы, асыҡ, тура кеше. Маяковский поэзияла яңы тормош тыуҙырҙы. Ул шағир- гражданин, шағир-оратор».

Сатин: «Хеҙмәт ләззәт килтерһә, тормош — яҡшы! Хеҙ­ мәт — вазифа булһа, тормош — ҡоллоҡ».

«Нимә ул — хәҡиҡәт? Кеше — бына ул хәҡиҡәт».

«Алдашыу — ул ҡолдар һәм хужалар дине... Хәҡи­ ҡәт — азат кешенең аллаһы! Кеше! Был — үтә гүзәл! Был... ғорур яңғырай!.. Кешегә хөрмәт менән ҡарарға кә­ рәк. Йәлләмәҫкә... Йәлләү менән уны кәмһетмәҫкә... уға хөрмәт менән ҡарарға кәрәк!.. Туҡ булыу тураһында ар­ тыҡ ҡайғырта торған кешеләргә мин һәр ваҡыт нәфрәт менән ҡараным. Эш унда түгел. Кеше — бөтәһенән дә юға­ ры! Кеше — туҡлыҡтан юғары» (Горький, «Тормош тө­ бөндә»).

Яңы биттә — яңы яҙмалар: Мигуэль де Сервантес Сааведра. «Хәйләкәр идальго Дон-Кихот Ламанчский. Дон-Кихот — ихтыяр косо, фиҙа­ кәрлек, аҡыл».

185
Закрыть