— һин ниңә йоҡламайһың? — тип һораны ул. Мин уның йылмайғанын тауышынан һиҙҙем.
— Мин сәғәт ҡарарға торҙом, — тип яуап бирҙем. — Ә һин йоҡла, йоҡла.
Мин йәнә яттым, ләкин йоҡо алманы. Уның янына та ғы ла барып: «Уйыңдан ҡайтманыңмы?» — тип һорағым килде. Беҙгә әллә нисә тапҡыр эвакуацияға китергә тәҡ дим иткәйнеләр. Бәлки, өсөбөҙ ҙә бергә китергә кәрәк тер?.. Уны туҡтатырға мөмкин булған һуңғы минуттар. Аҙаҡ һуң буласаҡ... Мин тағы торҙом. Таң яҡтыһында йоҡлап ятҡан Зояның тыныс йөҙөнә ҡараным. Үҙ һүҙле леген белдереп торған ирендәре ныҡ ҡыҫылған. Мин һуң ғы тапҡыр аңлайым — юҡ, уйынан ҡайтмаясаҡ. v ...Шура заводҡа бик иртә китте. Пальтоһы менән бур- кен кейеп, ишектән сығырға торғанда, Зоя уға: — h ay бул, Шура, — тине.
Ш ура уның ҡулын ҡыҫты.
— Олатайға сәләм әйт, — тине ул. — Өләсәйгә лә. һ и ңә хәйерле юл теләйем. Беләһеңме, һин булмағас, бында беҙгә күңелһеҙ булыр. Ләкин мин ҡәнәғәт: Гайҙа һиңә тынысыраҡ булыр.
Зоя көлөмһөрәне лә ҡустыһын ҡосаҡланы.
Бергәләп сәй эскәс, Зоя кейенә башланы. Мин уға үҙем бәйләгән йәшел, ҡара ҡаймалы йылы бейәләй менән үҙемдең йөн фуфайкамды бирҙем.
— Юҡ, юҡ, кәрәкмәй! Ҡышын йылы кейемһеҙ үҙең нисек йәшәрһең? — тип ҡаршы т$щтө Зоя.
— Ал, — тинем мин әкрен генә.
Зоя миңә ҡараны ла башҡаса ҡарышып торманы. ' Беҙ урамға сыҡтыҡ. Кон йонсоу, ел биткә бәреп иҫә ине.
— Бир, тоғоңдо мин күтәрәйем, — тинем мин.
Зоя туҡталыңҡыраны: — Йә, шулай яраймы ни инде? Миңә ҡара әле... Эй-й, күҙҙәреңдә йәштәр мөлдөрәй ҙә баһа! Мине күҙ йәштәре менән оҙатырға кәрәкмәй. Миңә тағы бер тапҡыр ҡара инде...
Мин уға ҡараным: Зоя шат, көлөп тора. Мин, уға яуап итеп, йылмайырға тырыштым.
— Бына шулай яҡш ыраҡ булыр. Илама...
Ул мине ныҡ ҡосаҡлап үпте лә ҡуҙғалып киткән трам вай баҫҡысына һикереп менде.
182