Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 177.

ХУШЛАШЫУ — Әсәй, — тине Зоя, — мин медсестралар курсына ки­ тергә булдым.

— Ә завод нисек һуң?

— Ебәрерҙәр. Был бит фронт өсөн.

Ике көн эсендә ул бөтә кәрәкле справкаларҙы табып бөттө. Хәҙер уның йөҙө дәртле һәм шат. Тейешле ҡарар­ ға килгән сағында ул һәр ваҡыт шулай үҙгәреп китә тор­ ғайны.

Ә хәҙергә беҙ уның менән тоҡтар, бейәләйҙәр, шлем­ дар тегә бирҙек, һауа тревогалары ваҡытында ул, элекке кеүек үк, ҡыйыҡта йәки сарҙаҡта дежурҙа тора. Ул үҙ заводында бер яндырғыс бомбаны һүндереп өлгөргән Шу­ ранан көнләшә ине.

Иртәгә ҡурсҡа китәм тигән көндө Зоя өйҙән бик ир­ тә сығып китте лә кисен бик оҙаҡ ҡайтмай торҙо. Ашарға Шура менән икәү генә ултырҙыҡ. Ул көндәрҙә Шура төн­ гө сменала эшләй һәм хәҙер, эшкә барырға йыйынған ара­ ла, миңә ниҙер һөйләй ине, ә мин уның һүҙҙәрен саҡ-саҡ ишетәм — көтмәгәндә мине ниндәйҙер бәйләнсек, ҡурҡы­ та торған тойғо борсой башланы.

— Әсәй, һин мине тыңламайһың да баһа! — тине Шура.

— Ғәфү ит, Шурик. Зояның ҡайҙа булыуына апты­ рағандан шулай.

Ул эшкә китте, ә мин тәҙрәләрҙәге ҡара ҡорғандарҙы ҡарап сыҡтым да өҫтәл янына ултырҙым. Бер генә эшкә лә тотона алмайынса, йәнә Зояны көтә башланым.

3'оя тулҡынланып ҡайтып инде, уның йөҙө уттай яна ине. Ул, яныма килеп, мине ҡосаҡланы ла, күҙҙәремә туп- тура ҡарап: — Әсәкәйем, был бик ҙур сер: мин фронтҡа, дошман тылына китәм. Берәүгә лә, хатта Ш ураға ла әйтмә. Мине ауылға, олатайҙарға китте, тиерһең, — тине.

Ҡысҡырып илап ебәреүҙән ҡурҡып, мин өндәшмәнем. Зоя шат, янып торған һәм яуап көткән күҙҙәре менән ми­ ңә ҡараны.

— Ә быға һинең көсөң етерме һуң? — тинем мин, ахыр сиктә. — һин бит малай кеше түгел.

Ул китаптар өйөлгән этажерка эргәһенә барҙы ла, унан элеккесә текәлеп, иғтибар менән миңә ҡарай бирҙе.

— Ни өсөн мотлаҡ һин китергә тейешһең? — тип көс- хәл менән дауам иттем мин. — Әгәр инде һине хәрби хеҙ­ мәткә тип саҡыртҡан булһалар, тағы бер хәл ине...

7 Заказ 536' 177
Закрыть