Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 172.

валға киттеләр, буғай. Мин, бер нәмә лә уйлап тормайын­ са, Зоя артынан атланым. Бер минуттан беҙ китапхана тупһаһында тора инек. Стеналарҙағы шүрлектәр бөтәһе лә буп-буш ҡалғандар: шул уҡ шартлау тулҡыны, яман ҙур яуыз ҡул кеүек, уларҙағы китаптарҙы һыпырып ал­ ған да иҙәнгә, өҫтәлдәр өҫтөнә нисек етте шулай таратып ташлаған. Бөтә ерҙә китаптар аунап ята: ошо буталсыҡ­ лыҡ араһынан Пушкиндың академик баҫмаһының һары тышы, Чехов әҫәрҙәренең зәңгәр тышы күҙгә салына. Мин Тургеневтың таушалған томына баҫа яҙҙым* Уны алырға эйелгәйнем, эзбиз саңы аҫтында ятҡан Шиллер томын күр­ ҙем. Ә асылып ятҡан ҙур китап битенән миңә Дон-Кихот- тың ғәжәпләнгән йөҙә ҡарай ине.

Иҙәндәге ошо буталсыҡлыҡ араһында оло ғына ҡатын илап ултыра ине.

Зоя, уға эйелеп, ағарынған ирендәре менән: — Мария Григорьевна тороғоҙ, иламағыҙ! — тине.

Был ҡатындың китапхана мөдире икәнен аңланым; ҡы­ ҙыҡлы яңы китап алып ҡайтҡан саҡтарында Зоя миңә уның тураһында йыш ҡына һөйләй ине. Был ҡатын ки­ тапты, белә һәм ярата ине, ул бит үҙенең бөтә ғүмерен ки­ тапҡа биргән. Ә хәҙер ул иҙәндә тапалып ятҡан, таушал­ ған, йыртылған китаптары — яратып һәм һаҡлыҡ менән ҡулына алырға өйрәнгән китаптары араһында ултыра.

Зоя Мария Григоръевнаға торорға булыша һәм ныҡыш­ малы рәүештә ҡабатлай: — Әйҙәгеҙ йыяйыҡ, әйҙәгеҙ бөтәһен дә тәртипкә кил­ терәйек.

Мин, тағы ла эйелеп, китаптарҙы йыя башланым.

— Әсәй, ҡара әле!— тип ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе Зоя.

Мин, ғәжәпләнеп, башымды күтәрҙем, илап арыған Ма­ рия Григорьевна ла беҙҙең янға килде. Зояның тауышы бик сәйер, тантаналы яңғыраны. Ул миңә Пушкиндың асылған томын һондо.

— Ҡарағыҙ! — тип Зоя шундай уҡ сәйер шатлыҡ, тан­ таналы тауыш менән тағы ла ҡабатланы.

Ул китап битендәге саңды тиҙ генә һыпырып ташла­ ны, һәм мип уҡып сыҡтым: Ты, солнце святое, горн!

Как эта лампада бледнеет Перед ясным восходом зари, Так ложная мудрость мерцает и тлеет Пред солнцем бессмертным ума.

Да здравствует солнце, да скроется тьма!

172
Закрыть