Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 170.

ным. — Ошонда тороп ҡалғас, мин нисек матур булайым ти? Малайҙар китте* Улар, бәлки, һуғышырға киткәндәр­ ҙер, ә мин өйҙә ҡалдым. Ошондай ваҡытта ҡул ҡаушы­ рып торорға яраймы ни?!

БЕРЕНСЕ БОМБАЛАР Зоя менән икәүләп өҫтәл янында ултырабыҙ. Алды- быҙҙа — йәшел ҡалын материя. Беҙ унан һалдаттар өсөн биштәрле тоҡсайҙар тегәбеҙ. Фронт өсөн. Бынан тыш хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн петлицалар ҙа тегәбеҙ. Был ябай ғына эш, әлбиттә, бик мөһим дә түгел, ләкин ул бит фронт өсөн. Был петлицалар — беҙҙе дошмандан Һаҡ­ лаусы боец өсөн. Бына был тоҡсай ҙа боец өсөн: ул уға үҙенең әйберҙәрен һалыр, тоҡсай уға файҙалы булыр, походтарҙа хеҙмәт итер...

Беҙ, эштән баш күтәрмәйенсә, шым ғына эшләйбеҙ. Мин теккән нәмәмде һирәк-һаяҡ тубыҡтарыма һалам да ауыртҡан арҡамды яҙам. Зояға ҡарайым. Уның ҡояшҡа янған нескә ҡулдары етеҙ эшләйҙәр, улар арыу-талыуҙы белмәйҙәр. Эш уның ҡулында уйнап тора. Фронт өсөн кәрәкле эш эшләүен аңлауы Зояны ғазаплы уйҙарынан арындырмаһа ла, уға ниндәйҙер эске йыуаныс табырға ярҙам итте. Уның хатта сырайы ла үҙгәреп китте: 'хәҙер инде күҙҙәре бик үк бойоҡ ҡарамайҙар, ҡайһы берҙә ирен­ дәрендә йылмайыу ҙа уйнап ҡуйғылай...

Бер көндө, беҙ тегеү тегеп ултырғанда, ишек асылды ла, Ш ура ҡайтып инде. Инде лә, артыҡ тыныс, хәҙер генә мәктәптән ҡайтҡан төҫ менән, юл тоҡсайын иңбашынан һалды, тик шунан һуң ғына иҫәнләште.

Беҙ инде уның хеҙмәт фронтында булғанын белә инек. Ләкин ул, киткән көнөндәге кеүек үк, хәҙер ҙә беҙгә бер ни ҙә һөйләмәне. Беҙ унан ни тураһындалыр һорашырға теләгәс: — Иң мөһиме — мин йәнә һеҙҙең менән бергәмен, — тине ул, ҡырт киҫеп. — Э минең һөйләрлек бер нәмәм дә юҡ. Бик күп эшләнем — тик шул ғына. — Хәйләкәр кө­ лөмһөрәне лә өҫтәп ҡуйҙы: — Мин тик тыуған көнөмдө уҙғарыу өсөн генә ҡайттым. Егерме етенсе июлде онотма­ ғанһығыҙҙыр, тип уйлайым. Нисек кенә әйтһәң дә, ун алты йәш тула бит.

Йыуынып алып, ашарға ултырғас, Зояға: 170
Закрыть