Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 167.

янынан йыш ҡына бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә китә торғайны. Ләкин бер ваҡыт уның күкрәгенән: — Ниндәй ерҙе тапайҙар! — тигән һүҙҙәр атылып сыҡты...

Был — Зояның бөтә ғүмерендә мин ишеткән беренсе һәм берҙән-бер әрнеүле тауышы ине.

ОҘАТЫУ 1 июлдә кискә табан беҙҙең ишекте шаҡынылар. Кем­ дер, бүлмәгә инмәйенсә: — Ш ураны күрергә мөмкинме? — тип һораны.

— Петя? Симонов? — тип ғәжәпләнде Зоя һәм барып ишекте асты. — һиңә Ш ура ниңә кәрәк?

— Кәрәк, — тине Пета серле итеп.

Шул уҡ минутта Ш ура үҙе килеп инде лә, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, Петя менән бергә сығып китте. Беҙ тәҙрәнән ҡараныҡ: аҫта уларҙы бер нисә үҫмер — класташтары менән дуҫтары көтә ине. Улар ярым тауыш менән ни тура­ һындалыр һөйләшеп алдылар ҙа бөтәһе лә китеп бар­ ҙылар.

— Мәктәпкә, — тине Зоя уйсан төҫ менән. — Улар­ ҙың ниндәй серҙәре бар икән?

Шура кисен һуңлап ҡайтты. Уның сырайы, бая кил­ гән Пртяныҡы кеүек үк, етди һәм борсоулы ине.

— Ни булды? — тип һораны Зоя. — Ниңә шул тиклем серләшәһегеҙ? һине пи өсөн саҡырҙылар?

— Әйтә алмайым, — тип ҡырт киҫте Ш ура.

Зоя ҡулбаштарын саҡ ҡына һикертеп ҡуйҙы, ләкин бер һүҙ ҙә әйтмәне.

Икенсе көндө Зоя яҡтырыу менән мәктәпкә йүгерҙе һәм унан тулҡынланып ҡайтты.

— Малайҙар китәләр, — тине ул миңә. — Ҡайҙа һәм ни өсөн китеүҙәрен әйтмәйҙәр. Ҡыҙҙарҙы алмайҙар. Ми­ не үҙҙәре менән алыуҙарын нисек һорағанымды белһәң ине! Мин ата беләм бит! Көсөм дә бар. Бер ни ҙә ярҙам итмәне! Малайҙарҙы ғына алалар, тинеләр.

Малайҙарҙы үҙен алып барырға күндереү өсөн юҡҡа ғына бик ныҡ тырышҡанлығы Зояның йөҙөнән һәм күҙ­ ҙәренән күренеп тора ине.

Ш ура һуңлап ҡайтты ла, ғәҙәттәге нәмә тураһында әйткән һымаҡ, тыныс ҡына: 167
Закрыть