КЛАСТАШТАР — Беләһеңме, әсәй, — тине Зоя уйсан төҫ менән, — мине мәктәптә бик яҡшы ҡаршыланылар. Хатта нисек тер ғәжәп яҡшы итеп.,, һаҡлыҡ менән ҡаршыланылар. Әйтерһең, мин ауырыуҙан һуң быялаға әйләнгәнмен дә, саҡ ҡына ҡағылһаң, ватылып китеүем мөмкин. Юҡ, ысын дан да, мине шатланып ҡаршылауҙарын күреү бик күңел ле булды, — тип өҫтәне ул, бер аҙ өндәшмәй торғас.
Икенсе ваҡыт Зоя мәктәптән түңәрәк йөҙлө, алһыу бит ле бер ҡыҙҙы эйәртеп ҡайтты. Ул ғәжәп таҙа тәнле, ал һыу йөҙлө ине. Ундайҙарҙы «бешкән алма» тип атайҙар. Был ҡыҙ минең балаларымдың класташы Катя Андреева ине.
— һаумыһығыҙ, хәйерле көн! — тине ул, йылмайып һәм минең ҡулымды ҡыҫып.
— Катя миңә математика буйынса иптәштәремде ҡы уып етергә ярҙам итергә булды, — тине Зоя.
— Ә Шура ниңә ярҙам итмәй? Ниңә инде Катяны бор сорға?
— Беләһегеҙме, Любовь Тимофеевна, — тине Катя етди төҫ менән. — Ш урала педагог һәләтлеге юҡ. Ауы рып ятҡан арала Зоя ныҡ ҡына артҡа ҡалды. Үтелгән дә рестәрҙе уға бик әкренләп, системалы аңлатырға кәрәк. Ә Ш ура... бер әйтә, ике әйтә лә — шуның менән эш тә бө тә. Улай ярамай.
— Ш урала педагог һәләтлеге юҡ икән, улай булғас, әлбиттә... — тинем мин, көлөмһөрәп.
— Юҡ, һип көлмә, — тип үҙенең иптәшен яҡланы Зоя. — Шура, ысынлап та, улай аңлата белмәй.
Катя, ысындан да, бик аҡыллы, төплө итеп аңлата: ул ҡабаланмай, Зояның бөтәһен дә аңлағанына һәм үҙләш тергәненә ышанмай тороп, алдағы дәрестәргә күсмәй.
Бер ваҡыт Зояның уға: — һи п миңә бик күп ваҡытыңды бирәһең... — тигәнен ишеттем.
Катя ҡырҡа ҡаршы төшто: — Юҡты һөйләмә! һиңә аңлатҡан арала мин үҙем дә дәресте бик яҡшы үҙләштерәм һәм миңә өйҙә ҡабатлап тороуҙың кәрәге ҡалмай. Шулай итеп, бик йәтеш кенә бу ла ла ҡуя.
Зоя бик тиҙ арый ине. Катя быны ла күрә. Ул китапты ситкәрәк этеп ҡуя ла: 150