Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 140.

йергә булдылар. Зояға кем булып кейенергә кәрәклеге ту­ раһында беҙ бик оҙаҡ уйланыҡ.

— Украин ҡыҙы булып кейенһен, — тип тәҡдим итте Шура. — Күҙҙәре һәйбәт, ҡаштары ярарлыҡ — ҡара ҡаш­ лы дивчинанан 1 ҡайһы ере кәм? Сигелгән кофтаһы бар. Тик таҫмалар менән мәрйендәр генә кәрәк.

Ә һуңынан, икәүҙән-икәү генә ҡалғас, ыңғайын тура килтереп, Ш ура миңә: — Бына нәмә, әсәй, — тине:— Зояға яңы туфли алыр­ ға кәрәк. Кластағы бөтә ҡыҙҙарҙың туфлиҙары ниндәйҙер үксәле — бик үк бейек тә түгел, ә шулай ҙа...

— Уны венский үксә тип атайҙар, — тинем мин.

— Эйе шул. Ә Зояның үксәләре ниндәйҙер, малайҙар­ ҙыҡы кеүек...

— Был айҙа алып булмаҫ шул, улым.

— Улай булғас, миңә яңы күлдәк кәрәкмәй. Хәҙергә миңә ошо күлдәгем дә ярап торор. Бүрек тә кәрәкмәй.

— һинең бүркең инде әллә ҡасан бер нәмәгә лә оҡ- шамаҫлыҡ булған.

— Әсәй, мин бит малай, ә Зоя ҡыҙыҡай. Хатта ҙур ҡыҙ инде. Был уның өсөн мөһимерәк.

Ысынлап та, был Зоя өсөн мөһим ине.

Хәтеремдә: бер көндө өйгә ҡайтып инһәм, Зоя көҙгө алдында тора. Үҙе минең күлдәкте кейеп алған. Минең аяҡ тауышымды ишеткәс, ул йәһәт кенә әйләнде лә, уңай­ һыҙланып ҡына йылмайып: — Килешәме миңә? — тип һораны.

Ул минең күлдәктәремде кейеп ҡарарға ярата һәм һәр бер юҡ ҡына яңы әйбергә бик ныҡ ҡыуана ине. Ул үҙе яңы нәмә алып биреүҙе бер ваҡытта ла һорамай һәм һәр ваҡыт тик үҙем тегеп биргән кейемдәр менән генә ҡәнә­ ғәтләнә торғайны. Ш улай ҙа Ш ура хаҡлы: Зояның быға, минең өсөн барыбер, тип ҡарауы мөмкин түгел.

Улай-былай итеп, етерлек аҡса йыйҙыҡ та, беҙҙең ме­ нән ныҡ ҡына бәхәсләшеп алғандан һуң, Зоя үҙенә яңы ҡара туфлиҙар — үҙенең венский үксәле тәүге туфлиҙа­ рын һатып алып ҡайтты.

Яңы йыл кейемен дә «тырыштырҙыҡ»: мәрйендәр ҙә, таҫмалар ҙа табылды. Ш ураның күлдәген йыуып, үтекләп бирҙек, яңы галстук бәйләнек, һәм минең балаларым, ҡуп­ шы кейенеп, шат сырай менән мәктәпкә киттеләр. - Мин тәҙрә янында улар артынан бик оҙаҡ ҡарап ҡалдым.

1 Дивчттпа — украинса — ҡыҙ кеше.

140
Закрыть