Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 133.

Шиғырҙары артынан минең ҡыҙыҡайымдың ни уйлағаны күренеп тора ине.

Баш ҡалар араһында мин шундай яҙма таптым.

«Дуҫлыҡ — ул бөтә, бөтә нәмәләреңде уртаҡлашыу ти­ гән һүҙ! Уртаҡ фекерҙәр, уртаҡ ниәттәр. Шатлығыңды ла, ҡайғыңды ла уртаҡлашыу. Китаптарҙа, характерҙары ҡапма-ҡаршы кешеләр генә дуҫлаша алалар, тип, минең­ сә, дөрөҫ яҙмайҙар. Дөрөҫ түгел: уртаҡ сифаттар ни тик­ лем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ була. Мин үҙем­ дең бөтә серҙәремде ышанып һөйләрлек дуҫым булыуын теләр инем. Мин Ира менән дуҫмын, ләкин, йәштәш бул­ һаҡ та, ул миңә һәр ваҡыт минән йәшерәк күренә».

Көндәлектә Маяковский шиғыры ла бар ине: Миңә — Кешеләр, Йәберләгәндәре лә,— һеҙ миңә бөтәһенән яҡыныраҡ.

Ә унан һуң Николай Островский һүҙҙәре яҙылған: «Кешенең иң ҡәҙерле нәмәһе — уның ғүмере. Ғүмер кешегә бер генә тапҡыр бирелә, һәм уны мәғәнәһеҙ үт­ кән йылдар өсөн үкенмәҫлек итеп, әшәкелек һәм ваҡлыҡ менән үткәреү хурлығы ғазапламаҫлыҡ итеп, үлгән са­ ғыңда: бөтә ғүмеремде, бөтә көсөмдө донъяла иң гүзәл нәмәгә — кешелек донъяһын азат итеү көрәшенә бирҙем, тип әйтерлек итеп йәшәргә кәрәк».

Шундай һүҙҙәр ҙә бар ине (улар Зояның үҙ һүҙҙәре­ ме, берәй китаптан алғанмы, уныһын белмәйем): «Үҙен-үҙе артыҡ ҙурға һанамаған кеше, үҙе тураһын­ да үҙе уйлағанға ҡарағанда, шаҡтай яҡшыраҡ».

һәм тағы ла: «Үҙеңде ихтирам ит, ләкин маһайма. Үҙ ҡабығыңа бик­ ләнмә һәм бер яҡлы ғына булма. Мине ихтирам итмәй­ ҙәр, баһаламайҙар, тип ҡысҡырынма. Үҙ әҫтәңдә күберәк эшләһәң, ышанысың күберәк булыр».

Мин дәфтәрҙе сәйер һәм ҡатмарлы тойғо менән яптым. Был дәфтәр биттәренән әлегә бик йәш, нығынып етмәгән, эҙләнеүсе фекер үҫеп килә — гүйә, кеше, юл әҙләп-әҙләп, дөрөҫ һуҡмаҡҡа сыҡҡан да, унан һуң тағы ла аҙашып йө­ рөп, ҡайтанан дөрөҫ һуҡмаҡҡа сыҡҡан. Был дәфтәр аҡылдың һәм йөрәктең һәр бер хәрәкәтен сағылдырып тор­ ған ҙур саф көҙгө ине.

Мин бынан кире Зояның көндәлеген уҡымаҫҡа бул­ дым. Кешегә үҙ-үҙе менән генә булыу, үҙенең күңеленә 133
Закрыть