Космодемьянская Л.Т. Зоя менән Шура тураһында повесть. - Өфө, 1984. - 240 бит. Страница 119.

— Ул бик яҡшы кеше һәм бик ғәҙел уҡытыусы, — тип ҡат-ҡат әйтә ине Зоя. — Ә үҙе ниндәй баҡсасы! Беҙ уны Мичурин тип йөрөтәбеҙ.

Ш ура математика дәрестәре тураһында, Николай Ва- сильевичтың уйланырға, эҙләнергә мәжбүр итеүе һәм уй­ лап-нитеп тормайынса яуап биреүселәрҙе йәки ятлап алынған ҡағиҙәләр буйынса ғына яуап биреүселәрҙе фаш итеүе тураһында рәхәтләнеп һөйләй ине.

— Тутыйғош кеүек, ятлағанды ғына һөйләүселәрҙе эй яратмай ҙа инде! Ә инде кешенең аңлағанын күрә икән — бөтөнләй башҡаса ҡарай. Хатта ҡайһы берҙә яңы­ лышып китәһең икән, ул: «Зарар юҡ, һин ҡабаланма, уй­ ла», — тип кенә ҡуя. Ысындан да, уның был һүҙҙәренән һуң яҡшыраҡ аңлай башлайһың.

Үҙҙәренең класс етәксеһе Екатерина Михайловна ту­ раһында Зоя ла, Шура ла һәр ваҡыт ғәҙәттән тыш маҡтап һәм мөхәббәт менән һөйләйҙәр ине: — Үҙе ниндәй һәйбәт, баҫалҡы! Директор алдында беҙҙе һәр ваҡыт яҡлай.

һәм, ысынлап та, класта берәйһе, шуҡлыҡ эшләп, ғә­ йепле була ҡалһа, уны яҡлаусы беренсе кеше Екатерина Михайловна булыуы тураһында мин йыш ҡына ишетә инем.

Ул немец теле уҡыта ине. Ул һис бер ваҡыт тауышын күтәрмәһә лә, балалар уның дәрестәрендә шым ғына ул­ тыралар. Ул балаларға юл ҡуйыусан, ләкин уның дәресенә әҙерләнмәү уйы бер баланың да башына килмәй ине. Ул балаларҙы ярата, балалар ҙа уға шуның менән үк яуап бирәләр. Бына шул арҡала уның дәрестәрендәге тәртип тураһында ла, ул уҡытҡан предмет буйынса балаларҙың өлгәшеүе тураһында ла һис бер ваҡыт һүҙ ҡуҙғатыл­ маны.

Әммә мәктәптә рус теле менән рус әҙәбиәтен Вера Сергеевна Новосёлова уҡыта башлағас, Зоя менән Шура тормошонда бөтөнләй яңы осор башланды.

Зоя ла, Ш ура ла үҙҙәренең тойғоларын бик ҙур тый­ наҡлыҡ, хатта һаҡлыҡ менән белдерәләр ине. Балаларым үҫә төшөү менән, уларҙың икеһенең дә характерындағы был һыҙат торған һайын нығыраҡ асыҡлана барҙы. Улар яңғырауыҡлы һүҙҙәр ҡулланыуҙан уттан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡалар ине. Мөхәббәт, иркәләү һәм һоҡланыу, асыу һәм күрә алмау тойғоларын белдерә торған һүҙҙәргә улар икеһе лә Һаран булдылар. Ундай тойғолар, балаларымдың кисерештәре тураһында мин уларҙың һүҙҙәренән түгел, 119
Закрыть