ларҙың барыһы ла, уны яҡын күреп, туйында бу лырға ныҡлы һүҙ бирҙек... Ул бай түгел, яңғыҙ, йыуаш кеше, әлбиттә, уның туйында ҡатнашыу ҙан баш тартыу гөнаһ булыр ине. Уйлап ҡара: иртәнге ғибәҙәттән һуң никах уҡыйҙар, унан барыһы ла сиркәүҙән ҡыҙ йортона тиклем йәйәү барасаҡ... аңлайһыңмы, урман, ҡоштар һайрай, үлән өҫтәрендә тап-тап ҡояш яҡтыһы, һәм беҙ барыбыҙ ҙа асыҡ йәшел фонда төрлө төҫтәге таптар булып атлайбыҙ — сиктән тыш ориги наль, француз экспрессионистары зауығында бу ласаҡ. Әммә, Дымов, мин сиркәүгә нимә кейеп барам? — тине Ольга Ивановна, илаҡлаған төҫ сығарып. — Бында минең бер нәмәм дә, бер генә кейемем дә юҡ! Күлдәгем дә, сәскәләрем дә, бирсәткәм дә юҡ... һин мине ҡотҡарырға тейеш. Килгәнһең икән, яҙмыш үҙе һиңә мине ҡотҡа рырға ҡуша. Асҡыс ал да, ҡәҙерлем, өйгә ҡайт һәм гардеробтан минең алһыу күлдәгемде ал. һин уны беләһең, ул ситтән беренсе эленгән... Унан кладовойҙа уң яҡта, иҙәндә ике ҡатырғы тартма күрерһең. Өҫкөһөн асҡас, унда бик күп селтәр, төрлө сепрәк киҫәктәре, ә улар аҫтында сәскәләр булыр. Сәскәләрҙе ипләп кенә ал, улар ҙы, йәнем, иҙмәҫкә тырыш, унан мин һәйбәттә рен һайлап алырмын... Бирсәткә лә һатып ал.
— Ярай, — тине Дымов. — Иртәгә, ҡайтҡас, ебәрермен.
— Ҡасан, иртәгә? — тип һораны Ольга И ва новна, уға ғәжәпләнеп ҡарап. — Иртәгә һин нисек өлгөрәһең? Иртәгә тәүге поезд сәғәт 9-ҙа китә, ә никах— 11-ҙә. Ю ҡ, күгәрсенкәйем, бө гөн кәрәк, мотлаҡ бөгөн! Иртәгә килә алмаһаң, йомошсо артынан ебәр. Йә, бар инде... Хәҙер пассажир поезы килә. һуңға ҡалма, йәнем.
— Яҡшы.
82