уыҡлы, аҡыллы икәнлеген, уға ҙур өмөт бағлау- ҙарын бер тауыштан алдан әйтәләр. Ул йырлай, роялдә уйнай, буяу менән һүрәт төшөрә, һын яһай, һәүәҫкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша, ләкин быларҙың барыһын да улай-былай ғына түгел, бәлки талант менән эшләй; иллюминация өсөн бәләкәс фонарҙар яһаймы ул, кейенә-яһанамы, кемгәлер галстук бәйләйме — уның һәр эше сик һеҙ нәфис, матур, һөйкөмлө килеп сыға. Ләкин бүтән бер нәмәлә лә уның таланты атаҡлы ке шеләр менән тиҙ генә таныша, яҡыная белгән ке үек шул тиклем асыҡ сағылмай ине. Берәй ке шенең саҡ ҡына дан ҡаҙаныуы, үҙе хаҡында исем сығарыуы була, ул уның менән танышып та өлгөрә, шул көндө үк дуҫлаша ла үҙенә ҡу наҡҡа ла саҡыра, һәр яңы танышлыҡ уның өсөн ысын байрам була. Ул атаҡлы кешеләргә аллаға табынғандай табына, улар менән ғорурлана, төн һайын төшөндә күрә. Ольга Ивановна уларға һыуһай, әммә нисек тә һыуһынын ҡандыра ал май. Иҫкеләре китә, онотола, уларға алмашҡа яңылары килә, ләкин ул быларға ла тиҙ эйәләшә йәки уларҙан күңеле ҡайта, һәм ул ҡомһоҙла нып, яңынан-яңы бөйөк кешеләрҙе эҙләй баш лай, таба, тағы эҙләй ине. Ни өсөн?
Сәғәт бишенселә ул өйҙә ире менән төшкөнө ашай. Иренең ябайлығы, айыҡ аҡылы, киң кү ңелле булыуы уны йомшарта, уны шатландыра. Ольга Ивановна әленән-әле урынынан һикереп тора, ҡапыл ғына иренең башын күкрәгенә ҡыҫа ла үбергә тотона.
— һин, Дымов, аҡыллы, яҡшы кеше, — ти ул, -— ләкин бик ҙур бер етешмәгән яғың бар. һин саҡ ҡына ла сәнғәт менән ҡыҙыҡһынмай һың. һин музыканы ла, живописты ла инкар итәһең.
76