Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 74.

Мин дә төндәр буйы йоҡламай, атайым эргәһен­ дә ултырып сыға инем, һәм ҡапыл — бына һиңә кәрәк булһа, аҫыл егет эләкте лә ҡуйҙы! Минең Дымовтың тамам башы әйләнде. Дөрөҫ, яҙмыш шул тиклем сәйер ул. Шунан, атайым үлгәндән һуң, ул ҡайһы берҙә минең эргәгә килеп йө­ рөнө, урамда осраштыра ине һәм кистәрҙең бе­ реһендә ҡапыл — мә һиңә! Көтмәгәндә, өйләне­ шергә тәҡдим яһаны... Мин төн оҙоно илап сыҡ­ тым, үҙем дә ҡот осҡос ғашиҡ булдым. Бына, күрәһегеҙ, мин уның ҡатынына әйләндем. Ысын­ лап та, унда айыуҙағы шикелле ниндәйҙер көс, ҡеүәт бар. Хәҙер уның йөҙөнөң дүрттән әсә боролған, ут яҡтыһында насар күренә, ләкин ул боролғас, һеҙ уның маңлайына ҡарағыҙ. Рябов- ский, һеҙ был маңлай тураһында ни әйтерһегеҙ? Дымов, беҙ һинең хаҡта һөйләшәбеҙ! — тип ҡыс­ ҡырҙы ул иренә. — Бындараҡ кил. Үҙеңдең на­ мыҫлы ҡулыңды Рябовскийға бир... Бына шу­ лай. Дуҫ булығыҙ.

Дымов киң күңелле, бер ҡатлы йылмайып, ҡулын Рябовскийға һуҙҙы ла: — Бик шатмын, — тине. — Минең менән бер Рябовский курс тамамлағайны. Ул һеҙҙең ҡәр­ ҙәшегеҙ түгелме?

II Ольга Ивановнаға — 22, Дымовҡа 31 йәш. Туйҙан һуң улар ал да гөл тора башланылар. Ольга Ивановна ҡунаҡ бүлмәһенең бөтә стена­ ларын үҙенең, кешеләрҙең рамлы һәм рамһыҙ этюдтары менән тултырҙы, рояль менән мебель тирәһен ҡытай зонттары, мольберттар, төрлө төҫтәге сепрәк-сапраҡ, хәнйәрҙәр, бюстар, фото- 74
Закрыть