Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 70.

һиме — аҡыл һатырға ярамай, шаблон буйынса еббәр генә! Ш аблон — ҙур нәмә ул!

— «Кеше үҙ бәхетен үҙе тыуҙыра», — тиһе- геҙ. Бер теш һыҙлау йәки уҫал ҡәйнә бәхеттең аҫтын өҫкә килтерә икән, ул нисек инде үҙ бәхе­ тен үҙе тыуҙырһын. Барыһы ла осраҡлы хәл­ дәргә бәйле. Хәҙер Кукуев мәхшәре булһын ине әле, һеҙ икенсе төрлө һайрай башлар инегеҙ...

— Ю ҡ һүҙ!(— тип ҡаршы төшә йәш ке *1 йәү. — Мәхшәрҙәр йылға бер генә була. Бер ниндәй осраҡлы хәлдәрҙән дә ҡурҡмайым мин, сөнки был осраҡтар булырға сәбәп юҡ. Осраҡ­ тар һирәк була! Сәнселеп китһендәр! Улар ту­ раһында һөйләгем дә килмәй! Станцияға етәбеҙ түгелме?

— һ е ҙ әле ҡайҙа китеп бараһығыҙ? — тип һорай Петр Петрович. — Мәскәүгәме йәки көнь­ яҡҡамы?

— Ш улай булмай ни? Нисек инде мин төнь­ яҡҡа китеп барайым да көньяҡҡа эләгәйем ти?

— Ләкин бит Мәскәү төньяҡта түгел.

— Беләм, — ти Иван Алексеевич. — Ләкин беҙ әле Петербургка китеп барабыҙ!

— Ғәфү итегеҙ, беҙ Мәскәүгә китеп бара­ быҙ!

— Нисек инде Мәскәүгә? — тип аптырай йәш кейәү.

— Сәйер... һ еҙ билетты ҡайҙа алдығыҙ?

— Петербургка.

— Улайһа, ҡотлайым, һ еҙ бүтән поезға эләк­ кәнһегеҙ.

Бер аҙға һөйләшеү тына. Йәш кейәү аяҡ үрә баҫа ла моңһоу итеп пассажирҙарға ҡарай.

— Эйе, эйе, — тип аңлата Петр Петрович.— Бологоела һеҙ бүтән поезға һикергәнһегеҙ... Йәғ- 70
Закрыть