Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 69.

ҙыисы номер юҡ. Ике йөҙ ун туғыҙынсы ғына бар!

— Ике йөҙ ун туғыҙынсы ла булһын! Бары­ бер! Шулай тип әйтегеҙ туташҡа: ирегеҙ иҫән­ аман, тиегеҙ!

Иван Алексеевич ҡапыл башына йәбешә лә ыңғыраша башлай: — Ир... туташ... Күптәнме һуң әле был? Ир... һа-һа... һине ярырға кәрәк, ә һин ир! Аһ алйот баш! Ә ул! Кисә генә ҡыҙ бала ине... Х атта ышанғы килмәй!

— Беҙҙең заманда бәхетле кешене күреү ҙә сәйер, — ти пассажирҙарҙың береһе. — Аҡ фил күреү еңел.

Иван Аексеевич үткер осло оҙон аяҡтарын һуҙып ебәрә.

— Эйе, ә кем ғәйепле? Әгәр һеҙ бәхетле тү­ гел икән, үҙегеҙ ғәйепле! Эйе, валлаһи. Кеше үҙ бәхетен үҙе таба. Теләгеҙ һәм һеҙ ҙә бәхетле булаһығыҙ. Ләкин бит һеҙ теләмәйһегеҙ, һ еҙ бәхеттән ишәк шикелле баш тартаһығыҙ!

— Бына һиңә мә! Нисек итеп?

— Шулай!.. Кеше үҙ ғүмеренең билдәле бер миҙгелендә һөйөргә тейеш — тәбиғәт шулай яратҡан. Ш ул миҙгел еттеме, хәлеңдән килгән­ сә һөй, ә бит һеҙ тәбиғәтте тыңламайһығыҙ, һа­ ман нимәлер көтәһегеҙ. Артабан... Ҡанунда әй­ телгән: таҙа индивидуум никахлы булырға те­ йеш, тиелгән... Никахһыҙ бәхет юҡ. Тейешле ва­ ҡыты еттеме, өйлән, нимәгә һуҙып торорға... Л ә­ кин бит Һеҙ өйләнмәйһегеҙ, һаман нимәлер кө­ тәһегеҙ! Унан ҡанунда әйтелгән: шарап кешенең кәйефен күтәрә, тиелгән... Әгәр һинең кәйеф һәй­ бәт икән һәм тағы күңеллерәк булғанды теләй­ һең икән, тимәк, буфетҡа бар ҙа төшөр. Иң мө­ 69
Закрыть