Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 68.

рә-йүндә шундай тынлыҡ, белһәгеҙ... шиғриәтле эңер-меңер. Был минутта мин бөтә донъяны ҡо­ саҡлар инем. һеҙҙе ҡосаҡларға рөхсәт итегеҙ, Петр Петрович!

— Рәхим итегеҙ.

Дуҫтар ҡосаҡлаша, пассажирҙар хихылдап көлә, бәхетле йәш кейәү дауам итә: — Ә инде тағы ла нығыраҡ алйотланыу өсөн, йәғни романдарҙа яҙғанса, тағы ла хозур­ лана төшөр өсөн, буфетҡа бараһың да ике-өс рюмка түңкәреп киләһең. Ш ул саҡ инде һинең башта, күкрәктә шундай ҡыжмырлау башлана, уны хатта әкиәттән дә уҡый алмайһың. Мин бә­ ләкәс кеше, сүп, әммә әле мин ирекле, гүйә ки ҙә... Бөтә донъяны ҡосағыма алам!

Иҫерек, бәхетле кейәүгә, уның ирмәклегенә ҡарап, пассажирҙарҙың да кәйефе күтәрелә, уларҙың инде йоҡоһо оса. Бер тыңлаусы уры­ нына Иван Алексеевич эргәһендә биш тыңлау­ сы булып китә. Ул, энәлә ултырған шикелле, борғолана, ҡулдарын болғай, туҡтауһыҙ тәтел­ дәй. Ул хахылдап көлгәнгә барыһы ла хахыл­ дап көлә.

— И ң мөһиме, әфәнделәр, аҙ уйларға кә­ рәк! Сәнселеп китһен бөтә анализдар... Эскең килә икән — эс әйҙә, зыянлымы, файҙалымы тип фәлсәфә һатып торорға ярамай... Ҡаҙалып кит­ һен бөтә был философиялар менән психология­ лар!

Вагон аша кондуктор үтеп бара.

— Ҡәҙерлем, — тип мөрәжәғәт итә уға йәш кейәү, — ике йөҙ ҙә туғыҙынсы вагон аша үткән­ дә, унда, аҡ ҡошсоҡ төшөрөлгән Һоро эшләпәле туташты табып, мин бында, тип әйтегеҙ!

— Ярай. Хәҙер был поезда ике йөҙ туғы- 68
Закрыть