Ҡотлауҙар, ғәҙәти һорауҙар башлана.
— Ҡара һин уны... — тип көлә Петр Пет рович. — Әйтәм ҡурсаҡ шикелле биҙәнеп-төҙә неп алғанһығыҙ.
— Эйе... Тулыһынса шартына килһен өсөн хатта ки хушбуй һөрттөм. Сумдым рәхәткә! Эш тә юҡ, уй ҙа юҡ, бары тик... шайтан белһен, нисек тип әйтергә икән... хуш күңеллелек һымаҡ бер тойғо ғына бар. Тыуғандан бирле кәйеф был тиклем дә шәп булғаны юҡ ине!
Иван Алексеевич күҙҙәрен йомоп, башын һелкә.
— Ҡот осҡос бәхетлемен! — ти ул. — Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Хәҙер мин үҙемдең вагонға ба рам. Унда, диванда, тәҙрә эргәһендә бөтә йәне- тәне менән һиңә бирелгән бер йән ултыра. Бә ләкәс кенә танаулы... нәфис бармаҡлы ап-аҡ ҡыҙ... Йәнкәшем минең! Фәрештәкәйем! Аппаҡ- ҡайым! Йән өҙгөсөм! Ә аяҡтары! Раббым-ға- ләм! Аяҡтары бит беҙҙеке ише йыуан түгел, нәҙек кенә, сихри аяҡтар. Аллегория! Тотор ҙа ашар инем мин ул аяҡтарҙы! Эй, һеҙ аңлайһы ғыҙмы ни? һ е ҙ бит материалист, хәҙер һеҙ ана лиз яһайһығыҙ, теге лә был! Ҡоро буйҙаҡтар, шул ғына! Бына өйләнгәс, иҫегеҙгә төшөр әле! Әйтер һүҙегеҙ бармы, Иван Алексеевич! Эйе, хәҙер мин үҙемдең вагонға китәм. Унда мине түҙә алмайынса көтәләр... минең килеп инерҙе уйлап алдан уҡ кинәнеп ултыралар. Мине йыл майып ҡаршы алалар. Мин уның эргәһенә улты рам да ике бармаҡ менән уның кескәй генә эйә ген һыйпайым...
Иван Алексеевич, башын һелкеп, бәхетле итеп көлә башлай.
— Унан башыңды уның ҡулбашына һала һың да ҡулың менән билен уратып алаһың. Ти- 3* 67