Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 233.

йә, барыһы ла ғәфү ителгән, онотолған ине. Эк­ замендарҙан һуң, май айында, ул һау-сәләмәт, шат килеш ҡайтырға юлға сыҡты, Сашаны кү­ рер өсөн Мәскәүҙә туҡтаны. Саша һаман уҙған йәйҙәге һымаҡ ине: һаҡаллы, туҙған сәсле, шул уҡ сюртукта, киндер салбарҙа, шундай уҡ ҙур, матур күҙле; ләкин уның ҡиәфәте сәләмәт төҫ­ тә түгел ине, ул ғазап сигә, ҡартайған да, ябыҡ­ ҡан да, һаман йүткерә лә. Ул ни өсөндөр Надя- ға ябай бер провинциал һымаҡ күренде.

— Йә аллам, Надя килгән бит! — тип шат­ ланып, көлөп ебәрҙе ул.— Туғаным минең, кү­ гәрсенкәйем!

Тәүҙә тәмәке төтөнө тулған, тын алғыһыҙ, тушь менән буяуҙар еҫе аңҡыған литографияла ултырҙылар; унан Сашаның бүлмәһенә инде­ ләр — бында ла тәмәке тартылған, төкөрөп бө­ төлгән; өҫтәлдә һыуынған самауыр эргәһендә ҡара ҡағыҙлы ватыҡ тәрилкә ята, өҫтәлгә, иҙән­ гә бик күп үле себен һибелгән. Барыһынан да күренеп тора: Саша шапшаҡ йәшәй, йыйнаҡ то­ роуҙы һис кенә лә һанға һуҡмайынса, нисек ет­ те шулай көн итә; әгәр берәйһе Саша менән уның шәхси бәхете, шәхси тормошо, уға булған мөхәббәте хаҡында һүҙ ҡуҙғатһа, ул бер ни ҙә аңламаҫ, бары тик көлөп кенә ҡуйыр ине.

— Ярай әле барыһы ла имен үтте,— тип һөй­ ләргә ашыҡты Н адя.— Әсәй көҙ Петербургка килде; өләсәйең асыуланмай, ти, бары тик ми­ нең бүлмәгә инеп йөрөй, стеналарҙы суҡынды­ рып сыҡҡылай, ти.

Сашаның сырайы шат, әммә йүткерә һәм ҡарлыҡҡан тауыш менән һөйләшә ине; Н адя гел генә уға ҡарап торҙо; ләкин уның ысынлап та сирлеме, әллә үҙенә генә шулай күренәме икәнен аңлай алманы.

10 Заказ 823 233
Закрыть