Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 230.

Булмай мийәй...— ^ине Н адя.— Аңлама­ йым, башыма ла инмәй: элек мин бында нисек йәшәй алғанмын! Кейәүҙе күрә алмайым, үҙем­ де күрә алмайым, бөтә был эшлекһеҙ, мәғәнәһеҙ тормошто күрә алмайым.

— Йә, йә... — тине Саша, әле эштең ниҙә икәнен аңламайынса.— Ярайһы... Яҡшы.

— Был тормош туйҙырҙы,— тип һөйләй бир­ ҙе Н адя,— мин бында бер көн дә түҙә алмайым. Иртәгә үк китәм бынан. Мине үҙегеҙ менән алы­ ғыҙ, алла хаҡы өсөн!

Саша уға бер аҙ ғәжәпләнеп ҡарап торҙо: ниһайәт, ул аңланы һәм бала һымаҡ шатланды. Ул ҡулдарын йәйеп ебәрҙе, шатлыҡтан бейегән шикелле, туфлиҙарын тыпырлата башланы.

— Иҫ киткес шәп! — тине ул, ҡулдарын ыш­ ҡып.— Йә хоҙай, ни тиклем яҡшы был!

Н адя иһә ҙур, ғашиҡ күҙҙәрен тултырып, керпек тә ҡаҡмайынса, сихырланған кеше һымаҡ ҡарап тора һәм Сашаның хәҙер үк уға үҙенең мөһимлеге яғынан ниндәйҙер етди, сикһеҙ ҙур һүҙ әйтеүен көтә; ләкин Саша бер ни ҙә әйтмә­ не, әммә Надяға уның алдында ниндәйҙер яңы, киң юл асыла һымаҡ тойолдо; ул, барыһына ла, хатта үлемгә лә әҙер булып, әллә ниҙәр көтөп, Сашаға ҡарап тора ине.

— Мин иртәгә китәм,— тине Саша, бер аҙ уйлағас,— һеҙ мине вокзалға оҙатырға барыр­ һығыҙ... һеҙҙең багажды мин сумаҙаныма һа­ лырмын, һеҙгә билет алырмын; ә инде өсөнсө звонок биргәндә, һеҙ вагонға инерһегеҙ, — беҙ китербеҙ ҙә барырбыҙ. Мине Мәскәүгә тиклем оҙатырһығыҙ ҙа Петербургка үҙегеҙ генә китер­ һегеҙ. Паспортығыҙ бармы һуң?

— Бар.

— Ант итәм: үкенмәҫһегеҙ,— тине Саша, 230
Закрыть