Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 22.

Уҡыған өсөн иртәгә аҡса түләргә тейешмен, һ еҙ миңә алты айға түләмәгәнһегеҙ.

— Мин? Ә, шулай бит әле... — тип мығыр­ лай Удодов, Зиберовҡа ҡарамайынса. — Ихлас күңелдән! Ләкин хәҙергә аҡсам юҡ, — мин һеҙ­ гә бер аҙнанан... йәки ике аҙнанан бирермен...

Зиберов ризалаша һәм, үҙенең ауыр, бысраҡ калоштарын кейеп, икенсе йортҡа дәрес бирергә китә.

ЭХ ҠАТЫНДАР, ҠАТЫНДАР!

Сергей Кузьмич Почитаев, «Майлы кукиш» исемле провинция газетаһының редакторы, арып-талып, редакциянан өйөнә ҡайтты ла ди­ ванға ауҙы.

— Аллаға шөкөр! Ниһайәт, мин өйҙә... Өй­ ҙә, ҡатыным эргәһендә... Минең Машам — мине аңлай алырҙай, ысын күңелдән йәлләрҙәй бер­ ҙән-бер кеше...

— Ниңә бөгөн төҫөң ҡасҡан? — тип һораны ҡатыны М арья Денисовна.

— Былай ғына, күңел болоҡһой... Бына һи­ нең яныңа ҡайттым, шуға шатланам: йөрәгем ял итер тим, исмаһам.

— Ни булды?

— Ғөмүмән, кәйеф шәп түгел, ә бөгөн биге­ рәк тә. Петров бүтәнсә көтәсәккә ҡағыҙ биреп торорға теләмәй. Секретарь эсә башланы... Л ә­ кин былар барыһы ла сүп кенә, берәй төрлө яйға һалыныр әле... Бына ҡайҙа бәлә, Манеч­ ка... Бөгөн мин шулай редакцияла баш мәҡәләм­ дең корректураһын уҡып ултырам. Ҡапыл ишек асыла һәм, беләһеңме, кем килеп инә: минең ип- 22
Закрыть