Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 212.

ныһы үкенесле, беҙ уға барып етә алмабыҙ. Ә күрһәң, ҡыҙыҡ булыр ине.

— Балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ нимә эшләйә­ сәк? — тип һораны Лиза.

— Белмәйем... Бәлки, барыһын да ташлап китерҙәр.

— Ҡ айҙа китерҙәр?

— Ҡ айҙа булһын?.. Теләһә ҡайҙа, — тип Королев көлөп ебәрҙе. — Аҡыллы, яҡшы кеше­ гә китергә урын бөткәнме ни?

Ул сәғәтенә ҡарап алды.

— Ҡояш та сыҡҡан икән, — тине ул. — һ е ҙ­ гә йоҡларға ваҡыт. Сисенегеҙ ҙә рәхәтләнеп йоҡлағыҙ, һеҙҙең менән танышыуыма бик шат­ мын, — тип дауам итте ул, ҡыҙҙың ҡулын ҡы­ ҫы п.— һ еҙ һәйбәт, ҡыҙыҡ кеше. Тыныс йоҡо.

Королев үҙ бүлмәһенә сығып, йоҡларға ятты.

Икенсе көндө иртә менән, аттар егелеп кил­ терелгәс, барыһы ла күтәрмәгә докторҙы оҙа­ тырға сыҡты. Лиза байрамса аҡ күлдәк кейеп, сәсенә сәскә ҡаҙағайны, үҙенең йөҙө ағарынған, моңһоу ине; ул Королевҡа кисәге кеүек үк аҡыл­ лы, моңло ҡарап йылмайҙы ла уның үҙенә генә ниндәйҙер бик мөһим һүҙ әйтергә теләгән бер ҡиәфәт менән һөйләргә тотондо, һабан турғай­ ҙары йыры, сиркәү ҡаҡҡаны ишетелде. Фабрика корпустарының тәҙрәләре күңелле ялтырай ине. Йорттан сыҡҡанда ла, станцияға барышлай ҙа Королев инде эшселәрҙе лә, свайлы ҡоролма­ ларҙы ла, шайтанды ла хәтерләмәне, ә ошо тын йәкшәмбе иртәһе һымаҡ яҡты, шатлыҡлы тор­ мошло һәм, бәлки, инде көтөргә күп тә ҡалма­ ған заман тураһында уйланы; шулай уҡ ул яҙ көнө, иртә менән өс ат егелгән яҡшы коляскала ҡояшта йылынып барыуҙың ни тиклем рәхәт булыуын уйланы.

212
Закрыть