Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 203.

Королев Мәскәүҙә эшё КүпЛегён, өйөндә ғаи­ ләһенең көтөүен әйтергә теләне; кеше өйөндә бер ҙә юҡҡа төн уҙғарыу ҡыйын ине, ләкин ул ҡарсыҡтың йөҙөнә ҡараны ла, көрһөнөп, өндәш­ мәй генә бирсәткәһен һала башланы.

Уның өсөн залдағы, ҡунаҡ бүлмәһендәге бөтә лампаларҙы, май шәмдәрҙе ҡабыҙҙылар. Ул рояль эргәһенә ултырып, ноталар аҡтарҙы, унан стеналарҙағы картиналарҙы, портреттарҙы ҡа­ раны. Майлы буяу менән яһалған, алтын яла­ тылған рамдарға ҡуйылған был картиналарҙа Ҡырым күренештәре, ҡоторған диңгеҙҙә кескенә карап, рюмка тотҡан католик монахы төшөрөл­ гән, бөтәһе лә ҡоро, насар, талантһыҙ яһалған... Портреттарҙа бер генә матур, ҡыҙыҡлы йөҙ ҙә юҡ, барыһы ла киң эйәклеләр, аптыраған күҙ- леләр; Лизаның атаһы Ляликов тар маңлайлы, үҙенән ҡәнәғәт сырайлы күренә, уның ҙур, ки­ лешһеҙ кәүҙәһендә мундиры тоҡ шикелле лаш­ пырлап тора, күкрәгендә миҙал менән Ҡыҙыл Тәре бар. Культура фәҡир, ҡупшылыҡ осраҡлы, мәғәнәһеҙ, ошо мундир шикелле килешһеҙ; иҙән үҙенең ялтырауы менән асыуҙы килтерә, люстра асыуҙы килтерә, ни өсөндөр, мунсаға муйыны­ на миҙал тағып йөрөүсе сауҙагәр тураһындағы әңгәмә уның иҫенә төшә...

Алғы бүлмәнән бышылдап һөйләшеү ишете­ лә. Кемдер аҡрын ғына хырылдай. Ҡапыл тыш­ тан ҡырҡыу, өҙөк-өҙөк тимер тауыштары ише­ телде; Королевтың элек бер ҡасан да бындай тауыштар ишеткәне юҡ ине һәм әле лә уларҙы аңламаны; ул тауыштар уның күңелендә сәйер, йәмһеҙ тәьҫир ҡалдырҙы.

«Әллә нәмә бирһәләр ҙә, бында йәшәй ал­ маҫ инем...» — тип уйланы ул, тағы ноталар аҡ­ тарырға тотондо.

9* 203
Закрыть