мә булмай. Айырылышыу ваҡыты етте, сөнки Лугановичты көнбайыш губерналарҙың береһенә председатель итеп тәғәйенләнеләр. Мебелдәрен, аттарын, дачаларын һатырға кәрәк ине. Дачаға барып унан ҡайтҡан саҡта, баҡсаға һәм дачаның йәшел түбәһенә һуңғы тапҡыр ҡарар өсөн артҡа боролғас, барыбыҙға ла яманһыу булып китте, һәм мин бер дача менән генә хушлашырға тура килмәйәсәген аңланым. Август аҙағында Анна Алексеевнаны, докторҙар ҡушыуы буйынса, Ҡырымға оҙатырға булдыҡ, ә бер аҙҙан Луга нович балалары менән үҙенең көнбайыш губер наһына китергә булды.
Беҙ Анна Алексеевнаны оҙатырға күмәкләп килдек. Ул ире, балалары менән хушлашып, өсөнсө звонок булырға аҙ ғына ҡалды тигәндә, мин, уның онотолоп ҡала яҙған бер кәрзинен күтәреп, купеға йүгереп мендем, кәрзинде кәш тәгә ҡуйҙым; һәм беҙгә хушлашырға кәрәк ине. Ш ул саҡ купела беҙҙең ҡараштарыбыҙ осраш ты, икебеҙҙең дә тәҡәтебеҙ ҡалманы, мин уны ҡосаҡлап алдым, ул битен күкрәгемә терәне, һәм уның күҙенән йәштәр атылып сыҡты; мин уның күҙ йәшенә сыланған битен, иңбаштарын, ҡул дарын үбә-үбә, — о, беҙ уның менән ниндәй бә хетле инек!' — уға үҙемдең һөйөүемде әйттем һәм, йөрәк әрнеп, шуны аңланым: беҙгә бер- беребеҙҙе һөйөргә ҡамасаулаған бөтә нәмә шун дай ваҡ, алдатҡыс, яраҡһыҙ булған. Мин тағы шуны аңланым: яратаһың икән, был мөхәббәт тураһында фекер йөрөткәндә, был бәхетме, бә хетһеҙлекме, гөнаһмы әллә яҡшылыҡмы, тип тапалған фекер тылҡығанға ҡарағанда, бөйөгө- рәк, мөһимерәк нәмәнән сығып эш итергә йәки бөтөнләй уйламаҫҡа кәрәк икән.
Мин уны һуңғы тапҡыр үптем, ҡулын ҡыҫ 196