Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 194.

әгәр, мәҫәлән, тыуған илде азат итеү өсөн кө­ рәшһәм йәки атаҡлы ғалим, артист, художник булһам, икенсе хәл булыр ине, юҡһа бер ғәҙәти, ябай шарттарҙан уны шундай уҡ йәки тағы ла ғәҙәтиерәк шарттарға әүрәтеп алып китергә тура килер ине. һәм беҙҙең мөхәббәтебеҙ оҙаҡ дауам итер инеме икән? Әгәр мин сирләп үлеп кит­ һәм йәки беҙ бер-беребеҙҙе яратмай башлаһаҡ* уның менән нимә булыр ине?

Ул да, моғайын, шулай фекер йөрөткәндер. Ул үҙенең ирен, балаларын, ирен улы һымаҡ кү­ реп яратҡан әсәһен уйлаған. Әгәр ул үҙенең той­ ғоһона буйһонһа, уға алдашырға йәки дөрөҫөн әйтергә тура килер ине, ә уның хәлендә бының икеһе лә берҙәй ҡурҡыныс, ярамаҫлыҡ эш ине. Уның мөхәббәте миңә бәхет бирерме, ул минең былай ҙа ауыр, бәхетһеҙ тормошомдо тағы ла ҡатмарландырмаҫмы тигән һорау ғазаплай ине уны ла. Ул үҙе тураһында: мин уның өсөн бик үк йәш түгелмен, яңы тормош башларға миндә уңғанлыҡ, егәрлелек етмәҫ, тип уйлай ине. Ул иренә йыш ҡына мине яҡшы хужабикә, уңған ярҙамсы була алырҙай аҡыллы ҡыҙға өйләнде­ реү кәрәклеге тураһында һөйләй, әммә үҙе үк бөтә ҡалала ундай ҡыҙҙың табылырына шик белдереп ҡуя ине.

Ш улай йылдар үтә торҙо. Анна Алексеевка­ ның ике балаһы бар ине инде. Лугановичтарға килгәндә, мине хеҙмәтселәр яҡты сырай менән йылмайып ҡаршы алалар, балалар «Павел Кон- стантиныч ағай килде» тип ҡысҡыралар, муйы­ ныма һарылалар — барыһы ла шатланышалар ине. Бары тик әсемдә ниндәй уттар дөрләгәнен генә аңламайҙар, мине лә үҙҙәре кеүек бик шат­ ланыр тип уйлайҙар. Барыһы ла мине изге кү­ ңелле йән эйәһе итеп күрәләр ине. Ололар ҙа* 194
Закрыть