Көҙ көнө ҡалала йәмғиәте хәйриә файҙаһы на аҡса йыйыу маҡсаты менән спектакль булды. Мин губернатор ложаһына инһәм (мине антракт та унда саҡырғайнылар), ҡарайым — губернатор ҡатыны менән йәнәшә Анна Алексеевна ултыра. Был юлы ла ул шундай күҙгә ташланырлыҡ һы лыу, күҙҙәре шундай яғымлы булып күренде, һа ман да шул уҡ яҡынлыҡ тойғоһо һиҙелде.
Беҙ йәнәшә ултырҙыҡ, унан фойела йөрөнөк.
— һ еҙ ябыҡҡанһығыҙ, — тине ул. — Әллә сирләнегеҙме?
— Эйе. Ҡулбашыма һалҡын тейҙе, ямғырлы көндәрҙә насар йоҡлайым.
— һ еҙ бик һүлпән күренәһегеҙ. Теге саҡта, яҙ көнө, һеҙ беҙгә ашҡа килгәндә, һеҙ йәшерәк, күңеллерәк инегеҙ, һ еҙ ул саҡта ни менәндер рухланғайнығыҙ, күп һөйләй инегеҙ, һ еҙ һөй көмлөрәк инегеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, мин хатта һеҙҙең менән бер аҙ мауығып та алдым. Ниңә лер һеҙ йәй буйына минең иҫемә төшөп торҙо- ғоҙ. Бөгөн, театрға йыйынғанда, миңә ни өсөн дөр һеҙҙе күрермен кеүек тойолдо.
Ул көлөп ебәрҙе.
— Ләкин һеҙ бөгөн һүлпән күренәһегеҙ, — тип ҡабатланы ул. — Был һеҙҙе ҡарт күрһәтә.
Икенсе көндө мин Лугановичтарҙа иртәнге сәйҙә булдым; сәйҙән һуң улар ҡышҡа әҙерлек буйынса күрһәтмәләр бирер өсөн дачаға китте ләр, мин дә улар менән барҙым. Улар менән кире ҡалаға ҡайттым, төн уртаһында уларҙа ты ныс ғаилә шарттарында сәй эстем. Каминда ут яна, йәш әсә әленән-әле, ҡыҙым йоҡлаймы икән тип, уны ҡарарға сығып керә ине. Шунан һуң да һәр килгәнемдә мин Лугановичтарҙа мотлаҡ була инем. Миңә өйрәнделәр, мин дә өйрәндем.
190