Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 184.

ған сағымдағы аяҡ тауыштарым ишетелгәне' иҫкә төшөп ҡуйғылай. Инде унан да һирәгерәк, яңғыҙлыҡ менән кәйефһеҙлек баҫҡан минуттар­ ҙа, томанлы ғына итеп шул саҡтарҙы иҫкә тө­ шөрәм, һәм ни өсөндөр миңә, аҡрынлап, мине лә иҫкә төшөрәләр, мине лә көтәләр, һәм беҙ осра­ шырбыҙ һымаҡ тойола башлай...

Мисюсь, ҡайҙа һуң һин?

МӨХӘББӘТ ТУ РА ҺЫ Н Д А Икенсе көндө иртәнге ашҡа ифрат тәмле пи­ рожки, ҡыҫала, һарыҡ итенән котлет бирҙеләр; ашаған арала, ҡунаҡтарҙың көндөҙгө ашҡа нимә ашарға теләүҙәрен белешергә тип, повар Ника- нор менде. Ул урта буйлы, ҡабарынҡы битле, бәләкәс күҙле; һаҡал-мыйығын яҡшылап ҡырып йөрөй. Гүйә, ул мыйығын ҡырмаған, тап-таҙа итеп йолҡҡан.

Алехин Пелагея исемле сибәрҙең ошо повар- ға ғашиҡ булғанын һөйләне. Никанор эскесе һәм ҡыҙыу холоҡло булғанлыҡтан, Пелагея уға ке­ йәүгә сығырға теләмәгән, әммә уның менән бы­ лай ғына йәшәргә риза булған. Никанор иһә, бик динсел булып, үҙенең дини ҡарашы буйынса улай йәшәргә риза түгел икән; ул Пелагеяның үҙенә кейәүгә сығыуын талап итә, бүтәнсә то­ рорға теләмәй, эскән сағында уны әрләй, хатта туҡмай ҙа икән. Никанор иҫерек саҡта, ул юға­ ры ҡатҡа менеп ҡаса, илай, һәм ундай саҡтар­ ҙа, Пелагеяны яҡларға кәрәк була ҡалһа тип, Алехин да, хеҙмәтселәре лә өйҙән сыҡмай икән.

Мөхәббәт тураһында һүҙ китте.

— Мөхәббәт нисек тыуа? — тине Алехин. — Ни өсөн Пелагея, рухи, тышҡы сифаттары менән 184
Закрыть