Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 183.

алла һеҙгә бәхет бирһен, һ еҙ әсәй менән ике- беҙҙең күҙ йәше түгеп илағанды белһәгеҙ икән!» Унан ҡараңғы шыршы аллеяһына, емерелгән ҡоймаға барып сыҡтым... Ҡасандыр арыш һер­ кә осорған, бүҙәнәләр ҡысҡырған баҫыуҙа хәҙер һыйырҙар, тышаулы аттар йөрөй. Ҡалҡыулыҡ­ тарҙа ара-тирә ужым йәшелләнеп күренә. Мине көндәгесә айыҡ кәйеф биләп алды, Волчанинова- ларҙа һөйләгәндәремдең барыһы өсөн дә миңә оят булып китте, тормош элеккесә күңелһеҙгә әйләнде. Өйгә ҡайтҡас, мин әйберҙәремде төй­ нәнем дә кис Петербургка юлға сыҡтым.

Волчаниноваларҙы мин бүтәнсә күрмәнем. Күптән түгел шулай Ҡырымға барышлай вагон­ да Белокуровты осраттым. Ул, элеккесә, сигел­ гән күлдәк менән бөрмәле тун кейгәйне, һәм, мин унан иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ул: «һеҙҙең хәйер-фатихала», — тип яуап бирҙе. Беҙ һөйлә­ шеп киттек. Ул утарын һатҡан һәм Любовь И ва­ новна исеменә икенсе бәләкәйерәк утар алған икән. Волчаниновалар тураһында ул аҙ һөйләне. Уның әйтеүенсә, Лида, элеккесә, Шелковкала йәшәй, мәктәптә балалар уҡыта икән; аҡрын­ лап ул үҙ тирәһенә хуп күргән кешеләрен йый­ ған, улар көслө партияға ойошҡандар һәм быға тиклем бөтә өйәҙҙе үҙ ҡулында тотоп килгән Балагинды земствоға һуңғы һайлауҙа төшөрөп ҡалдырғандар. Женя тураһында Белокуров ба­ ры тик уның был өйҙә йәшәмәгәнлеген һәм ҡай­ ҙа икәнлегенең дә билдәһеҙ булыуын ғына әйтә алды.

Мин инде осортмалы йортто онота башла­ ным, бары тик һүрәт яһағанда йәки уҡығанда ғына һис уйламағандан йә тәҙрәләге йәшел ут, йә иһә ғашиҡ булып, һалҡындан ҡулдарымды ыуа-ыуа, төнөн баҫыу буйлап өйгә ҡайтып бар­ 8* 183
Закрыть