Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 18.

«Була бит Кешеләр...» — тип уйланы поме­ щик, урамға сыҡҡас. Унан, туҡтап, маңлайын ҡулъяулығы менән һөртөп алды.

РЕПЕТИТОР V II класс гимназисы Егор Зиберов һалҡын ғына итеп Петя Удодов менән күреште, һоро костюм кейгән, бәләкәс кенә маңлайлы, шырт сәсле, өрөнкө ҡыҙыл битле ун ике йәшлек ма­ лай, Петя, аяҡтарын шаҡылдатып иҫәнләште лә дәфтәрҙәрен алырға шкафҡа һонолдо. Дәрес башланды.

Удодовтың атаһы менән килешкәнсә, Зибе­ ров көн һайын икешәр сәғәт Петяны уҡытырға тейеш, һәм бының өсөн ул айына алты һум ала. Ул уны гимназияның II класына әҙерләй. (У ҙ­ ған йылда I класҡа әҙерләгәйне, ләкин Петя инә алманы).

— Йә... — тип башлай Зиберов, папирос ҡа­ быҙып. — һеҙгә дүртенсе төр килеш менән үҙ­ гәреш бирелгәйне. Fructus Һүҙен килеш менән үҙгәртегеҙ!

Петя төрләндерә башлай.

— һ еҙ тағы дәрескә әҙерләнмәгәнһегеҙ! — ти Зиберов, урынынан тороп. — Мин һеҙгә дүр­ тенсе төр килеш менән үҙгәреште дүртенсе тап­ ҡыр бирәм, ә һеҙ һаман «туҡ-туҡ!» Ниһайәт, ҡасан һеҙ дәрес әҙерләй башлайһығыҙ?

Ишек артында йүткергән тауыш ишетелә, бүлмәгә Петяның атаһы — отставкалағы губерна секретары Удодов килеп инә.

— Тағы дәресен әҙерләмәгәнме? — ти у л .— Тағы? Ниңә һин дәресеңде әҙерләмәнең? Эх
Закрыть