Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 151.

ул, ҡапыл тантаналы тауышҡа күсеп. — Мин һи­ не бәхетле иттем, ә бөгөн һин мине бәхетле итә алаһың. Үтенеп һорайым, ғали йәнәптәренең ҡа­ тыны менән таныш! Зинһар! Ул ханым аша мин өлкән докладсы урынын алыуым ихтимал!

Бал мәжлесенә киттеләр. Бына дворяндар собраниеһы, уның подъезы эргәһендә швейцар тора. Кейемдәр элер өсөн алғы бүлмә, тундар, ары-бире йөрөп тороусы лакейҙар, үтәләй өргән елдән елпеүестәре менән ышыҡланыусы, түштәре ярым асыҡ ҡатындар; газлы шәм, һалдаттар еҫе. Ире менән ҡултыҡлашып баҫҡыстан менеп барғанда музыка тауышын ишеткәс, үҙенең бал­ ҡыған уттар нурына сумғанын ҙур көҙгөлә күр­ гәс, Аняның күңелендә шатлыҡ тойғоһо уянды, һәм ул теге саҡта айлы төндә бәләкәс кенә стан­ цияла тойған алға киләсәк бәхет наҙын татыны. Ул ғүмерендә тәү тапҡыр үҙен ҡыҙ итеп түгел, бәлки ханым итеп тойоп, ышаныслы ҡиәфәт ме­ нән ғорур, тәкәббер атлап килә, үҙен тотоуын- да, килеш-килбәтендә ихтыярһыҙ мәрхүмә әсә­ һенә оҡшарға тырыша. Ул ғүмерендә тәү тап­ ҡыр үҙен бай һәм ирекле итеп тойҙо. Х атта ире­ нең эргәлә булыуынан да тартынманы, сөнки собрание тупһаһын аша атлап ингәндә үк эске бер тойғо менән һиҙемләп алды: ҡарт иренең эргәһендә булыуы уны һис кенә лә кәмһетмәй, ә, киреһенсә, ирҙәрҙең күңелен ҡытыҡлай торған^ ниндәйҙер бер серлелек бирә. ҘУР залда оркестр' уйнай ине инде. Бейеүҙәр башланды. Ҡ аҙна квартирынан һуң Аня, бындағы яҡтылыҡ, сы­ барлыҡ, музыка шау-шыуы тәьҫиренә бирелеп, залды байҡап алды ла: «Аһ, ни тиклем һәй­ бәт!» — тип уйланы. Ш унда уҡ ул кешеләр ара­ һында үҙенең бөтә таныштарын күрҙе; уларҙы элек кисәләрҙә йәки күңел асыу мәжлестәрендә 151
Закрыть