— Ана тегендә мөрәжәғәт итегеҙ! — тине швейцар, батмусы менән ситтәге тәҙрәгә күрһә теп.— Анауы тәҙрә эргәһендә ултырған кешегә!
Болдырев, тамаҡ ҡырып, тәҙрәгә табан йүнәлде. Унда, тиф таптары менән тапланып бөткәндәй, йәшел өҫтәл артында өс-дүрт бөртөк сәсле, сиҡан сыҡҡан оҙон танаулы, таушалған мундир кейгән бер егет ултыра. Ҙур танауын ҡағыҙға төртөп, ниҙер яҙа. Танауының уң ти шеге эргәһендә себен осоп йөрөй, ә ул, әленән- әле аҫҡы иренен бүлтәйтеп, танау аҫтына өрә, был иһә уның йөҙөнә сиктән тыш эшлекле төҫ бирә.
— Мин бында һеҙгә үҙемдең бер эшем йә һәтенән...— тип мөрәжәғәт итте уға Болдырев,— белешмә алырға мөмкинме? Мин — Болдырев... Миңә икенсе марттағы журнал ҡарарының кү сермәһен алырға ине.
Чиновник пероһын ҡараға манды ла, ҡара күп эләкмәнеме тип, пероһына күҙ һалды. Перо нан ҡара таммаҫына ышанғас, ул йәнә ҡағыҙ ҡыштырлата башланы. Уның ирене бүлтәйҙе, ләкин өрөргә кәрәкмәй ине: себен уның ҡола ғына ҡунды.
— Мин бында белешмә ала аламмы? — тип ҡабатланы Болдырев бер аҙҙан. — Мин — Бол дырев, ер биләүсе...
Чиновник, Волдыревты күрмәгәндәй, буш лыҡҡа ҡысҡырҙы: — Иван Алексеич! Сауҙагәр Яликов килгәс, әйт: ғаризаһының күсермәһенә полициянан ҡул ҡуйҙырһын! Мең тапҡыр әйтелде бит инде!
— Мин княгиня Гугулина вариҫтары менән булған даулашыуым йәһәтенән, — тип мығырла ны Болдырев. — Билдәле эш был. Минең менән шөғөлләнеүҙе үтенеп һорайым.
15