Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 148.

тип ныҡышып мығырлай ул. — Башың өҙөлөп төшмәҫ.

Аня эйелеп иҫәнләшә, ысынлап та уның ба­ шы өҙөлөп төшмәй, ләкин ни тиклем ғазаплы был иҫәнләшеү. Ул ире теләгәндең бөтәһен дә үтәй һәм иренең тинтәк бер ҡыҙыҡайҙы алдаған шикелле алдауына үҙенә-үҙе асыулана. Ул уға кейәүгә тик аҡса өсөн генә сыҡты, ләкин хәҙер Ан яның аҡсаһы элеккегә ҡарағанда ла аҙыраҡ. Элек, исмаһам, атаһы уға егермешәр тинләп бул­ һа ла биреп тора ине, ә хәҙер уның бер тине лә юҡ. Йәшереп йәки һорап ала алмай, иренән ҡур­ ҡа, уның алдында ҡалтырап тора. Был кешенән ҡурҡыу тойғоһо уның күңелендә инде электән бирле йөрөй төҫлө. Ҡасандыр бала сағында, һәр саҡ ҡара болот кеүек йәки иҙеп китергә әҙер­ ләнгән локомотив шикелле, иң дәһшәтле, иң ҡур­ ҡыныс көс булып гимназия директоры күренә ине; икенсе шундай уҡ көс — ғали йәнәптәре; ғаиләлә уның тураһында һәр ваҡыт ҡурҡып һөй­ ләйҙәр ине; унан тағы тиҫтәләп вағыраҡ көстәр бар, һәм улар араһында ҡырылған мыйыҡлы, ҡаты ҡуллы, мәрхәмәтһеҙ гимназия уҡытыусы­ лары ине; хәҙер бына, ниһайәт, йөҙө менән хатта директорға оҡшаған ҡәтғи тәртипле Модест Алексеич. Был көстәр Аняның хыялында ба­ рыһы бергә ҡушылалар ҙа, ҡот осҡос ҙур бер аҡ айыуға әүерелеп, атаһы шикелле зәғиф, меҫ­ кен кешеләр өҫтөнә киләләр; ә Аня ҡаршы һүҙ әйтергә ҡурҡа, яһалма йылмая, үҙен тупаҫ ир- кәләгән, ҡотон осороп әүәләгән саҡтарында, ул рәхәт тапҡан булып ҡылана.

Үҙенең теңкәһенә тейгән ниндәйҙер бер бу­ рысын түләр өсөн, бары тик бер тапҡыр ғына Петр Леонтьич кейәүенән илле һум аҡса һорарға баҙнат итте, ләкин был уға ниндәй ғазап булды!

148
Закрыть