Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 138.

уҡытыусыһы, чех кеүек үк, талантһыҙ, төҫһөҙ чиновник; һинең уҡытыусы эшенә бер ҡасан да һәләтең юҡ ине, педагогия менән ғүмерҙә та­ ныш булманың, уның менән бер ҡасан да ҡы­ ҙыҡһынманың, балалар менән мөғәмәлә итә бел­ мәйһең; үҙең уҡытҡан фәндең әһәмиәтен аңла­ майһың, һәм, бәлки, һин хатта кәрәкмәгән нәмә­ ләрҙе лә уҡытҡанһыңдыр әле. Мәрхүм Ипполит Ипполитыч асыҡтан-асыҡ аңра ине, уның бөтә иптәштәре, уҡытыусылары уның кем икәнен, унан нимә көтөргә мөмкин булғанын беләләр ине, һин иһә, Никитин, чех шикелле, үҙеңдең аңралығыңды йәшерә беләһең, һинең бар эшең дә, аллаға шөкөр, ал да гөл бара тигән ҡиәфәт менән барыһын да оҫта итеп төп башына ул­ тыртаһың. Был яңы уйҙар Никитинды ҡур­ ҡытты, ул уларҙан баш тартырға тырышты, уларҙы ахмаҡ фекерҙәр тип атаны, бының нер­ вынан булыуына, аҙаҡтан үҙенән үҙе үк көлә- сәгенә ышанды.

Ысынлап та, иртәнсәк ул инде үҙенең нер­ выһы ҡаҡшауҙан көлдө, үҙен ебегән тип атаны, ләкин бер нәмә асыҡ ине: уның тыныслығы юғалды, бәлки, ул мәңгегә юғалғандыр, был һыланмаған ике ҡатлы өйҙә уға инде бәхетле тормош мөмкин булмаясаҡ. Ул иллюзияның бөт­ кәнен, борсоулы, аңлы яңы тормош башланға­ нын, был тормоштоң тыныслыҡ, шәхси бәхет менән килешә алмағанын аңланы.

Икенсе көндө, йәкшәмбе көн, ул гимназия сиркәүендә булды, унда директорҙы, иптәштә­ рен күрҙе. Улар барыһы ла үҙҙәренең наҙан­ лыҡтарын, тормош менән ҡәнәғәт булмауҙарын оҫта йәшерәләр, үҙенең борсолоуын белдермәҫ өсөн, ул да матур йылмая, юҡ-барҙы һөйләй һы­ маҡ тойолдо Никитинға. Унан һуң вокзалға 138
Закрыть