Антон Чехов - Кәләш. Тәрж. Агиш Ғирфанов. - Өфө, 1987. - 264 бит. Страница 109.

Мал һуя торған урын эргәһенән, унан һыра заводын үтеп киттеләр, ҡала ситендәге баҡсаға ҡабалана-ҡабалана китеп барған музыкант һал­ даттар төркөмөн уҙҙылар.

— Полянскийҙың аты бик һәйбәт, бәхәсләш­ мәйем, — тине Манюся Никитинға, Варя эргә­ һендә барған офицерға күҙе менән ымлап. — Л ә­ кин ул бракка сығарылған ат. Уның һул аяғын­ дағы аҡ тап бөтөнләй килешмәй, унан, ҡарағыҙ, ат башын сөйә. Хәҙер был ғәҙәтте бер нисек тә ташлатып булмай, ул үлгәнсе шулай башын сө­ йәсәк.

Манюся атаһы һымаҡ үлеп ат ярата. Берәй- һендә яҡшы ат күрһә, ул ғазап сигә; башҡалар­ ҙың аттарында берәй етешһеҙлек тапһа, шатла­ на ине. Никитин аттың рәтен белмәй, атты теҙ- гененән тотамы, ауыҙлыҡлап аламы, юрттырып барамы, сабамы — уға барыбер; ул тик шуны ғына һиҙә: ат өҫтөндә ул килешһеҙ, ипһеҙ улты­ ра, шуға күрә эйәрҙә оҫта ултыра белеүсе офи­ церҙар Манюсяға нығыраҡ оҡшарға тейештәр. Ул Манюсяны офицерҙарҙан көнләй ине.

Ҡала ситендәге баҡса эргәһенән үткәндә, кем­ дер инеп сельтер һыуы эсеп сығырға тәҡдим ит­ те. Инделәр. Баҡсала имәндәр генә үҫә ине; улар яңы ғына япраҡ яра башлағайны, шуға күрә әле йәш япраҡтар аша эстрадаһы, өҫтәлдәре, бәүел­ сәктәре менән бергә бөтә баҡса күренә, ҙур бү­ ректәргә оҡшаған барса ҡарға оялары күренеп тора. һыбайлылар менән уларҙың ханымдары өҫтәлдәрҙең береһе эргәһендә аттарынан төштө­ ләр ҙә сельтер һыуы килтерттеләр. Улар эргә­ һенә баҡсала йөрөүсе таныштары килә башланы. Әйтергә кәрәк, оҙон итекле хәрби доктор ме­ нән үҙенең музыканттарын көтөүсе капельмей- 109
Закрыть