Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 99.

маған һүҙҙәр, формалар барлыҡҡа килә. Шунан айырым һүҙҙәр­ ҙең яҙылышында ҡапма-ҡаршылыҡтар, төрлөлөктәр килеп тыуа. Хәҙерге көндә беҙҙә практикала айырым һүҙҙәр яҙылы­ шында осраған төрлөлөктәр, башлыса, бына шунан килә. Күҙҙәр яҙылышында бер төрлөлөк булмау — әҙәби телдең нормаһын ҡаҡшата; халыҡтың грамоталылығын күтәреү эшенә, әҙәби телдең мәҙәни-иястимағи функцияһын үтәү эшенә ҡамасаулыҡ итә; мәктәптәрҙең уҡытыу эшендә, нәшриәт һәм матбуғат эшендә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Бына быларҙың бөтәһе лә беҙҙең орфографияның ҡайһы бер ҡағиҙәләрен асыҡлауҙы, тултырыуҙы талап итәләр. 1957— 1958 йылдарҙа башҡорт әҙәби теленең орфографияһы тура­ һында «Совет Башҡортостаны» гәзите биттәрендә алып барыл­ ған дискуссия ла беҙҙең был фекерҙе раҫланы. Хәҙер шул дискуссия барышында матбуғатта бәхәс тыуҙырған ҡайһы бер мәсьәләләргә айырым туҡталып, үҙебеҙҙең ҡарашыбыҙҙы әйтеп китмәксе булабыҙ.

1. АЛФАВИТ ТУРАҺЫНДА Беҙҙең алфавитта үҙенсәлекле өндәр өсөн алынған хәрефтәр рус алфавитындағы ниндәй хәрефтән сығып яһалған, шул хәреф эргәһендә килтереләләр. Мәҫәлән, пс хәрефе к хәрефенән һуң, ә? — г, ҫ — с, ң — н, ө — о хәрефенән һуң килә. Ләкин рус алфавитындағы з хәрефенә айырым билдә ҡуйып яһалған ҙ хәрефе д хәрефе һуңында килә. Ғәрәп һәм латинлаштырылған алфавиттарҙа ҙ хәрефе д хәрефенән сығып яһалған, шуға күрә унда ҙ хәрефе д хәрефенән һуң ҡуйыла. Шул традиция буйынса рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитта ла ҙ хәрефе д хәрефенән һуң ҡуйылған. Был, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Шуға күрә ҙ хәрефе з хәрефе эргәһендә торорға тейеш була.

Шунан һуң ә хәрефен а хәрефенән һуң ҡуйыу фекерендә тороусылар бар. Практик уңайлылыҡ яғынан ҡарағанда был фекер менән килешеп була.

Беҙ алда ҡайһы бер хәрефтәрҙең бер нисә өнгә йөрөгәнен әйтеп үткәйнек, һәр бер фонемаға бер хәреф алыуҙы тәҡдим итеп матбуғатта сығыштар булды96. Мәҡәлә авторҙары ҡыҫҡа 96 Биишев Әкрәм. «Совет Башҡортостаны». 20. VIII. 1957; Ишбулатов Н. «Совет Башҡортостаны». 19.XII.1957; Йосопов X. «Совет Башҡортостаны». 17.XII.1957.

99
Закрыть