Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 98.

Шулай итеп, башҡорт әҙәби теленең хәҙерге орфография­ һында һүҙҙәр яҙылышында биш төрлө принцип ҡулланыла. Ләкин быларҙың ҡулланыу дәрәжәһе бер төрлө түгел. Былар- ҙан башҡорт әҙәби теле орфографияһы өсөн фонетик принцип нигеҙ принцип итеп алынған, ә ҡалғандары өҫтәмә принцип булып иҫәпләнәләр.

Башҡорт әҙәби теленең хәҙерге орфографияһы сирек быуат­ тан артыҡ ҡулланылып килә. Уның ҡағиҙәләренең бик күбеһе хәҙерге көндә тотороҡланды, улар нигеҙендә яҙыу традицияға инеп китте. Рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күскәнгә тиклем беҙҙең орфография бик йыш үҙгәреп тора ине, сөнки ғәрәп алфавиты һәм латинлаштырылған алфавит беҙҙең телдең фонетик системаһына тулыһынса яуап бирмәне. Йыш ҡына үҙгәрештәр индереп торолһа ла, ул алфавиттар һәм улар нигеҙендә төҙөлгән орфография ҡағиҙәләре башҡорт әҙәби телен ныҡлы яҙыу нормаһына урынлаштыра алманылар. Рус графи­ каһы нигеҙендәге алфавит һәм орфография әҙәби телдең яҙма формаһын нормалаштырыуҙа ҙур ярҙам итте. Хәҙер беҙҙә дөрөҫ яҙыуҙың берҙәм нормалары барлыҡҡа килде. Улар башҡорт милли әҙәби теленең үҙенсәлектәрен һәм уның үҫеш перспекти­ ваһын, һис шикһеҙ, дөрөҫ сағылдыра.

Башҡорт әҙәби теле хәҙер — фән теле, нәфис әҙәбиәт, публицистика, беллетристика теле, рәсми документтар теле, матбуғат теле. Йыл һайын башҡорт яҙыусыларының йөҙәрләгән исемдә әҫәрҙәре, төрлө фәндән китаптар, монографиялар, терми­ нология һүҙлектәре, башланғыс, урта, юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр баҫылып тора. Тиҫтәләрсә гәзиттәр, журналдар сыға. Башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре, нотаға һалынған халыҡ йырҙары йыйынтыҡтары баҫыла; юғары уҡыу йорттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедралары эшләй; махсус институттарҙа башҡорт теле, әҙәбиәте буйынса ғилми- тикшеренеү эштәре алып барыла. Башҡорт яҙыуының рус графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсерелеүе был эштә ҙур роль уйнаны һәм уйнай. Хәҙерге орфография принципиаль үҙгәреш­ тәр индереүҙе талап итмәй. Ләкин бынан орфографияны яҡшыртыу, камиллаштырыу буйынса бөтөнләй эш алып барыр­ ға тейеш түгелбеҙ, тигән һығымтаға килергә ярамай, сөнки орфография телдең структураһы менән тығыҙ бәйләнгән. Тел үҫә, уның һүҙлек составы интенсив рәүештә тулылана, байыға бара: яңы һүҙҙәр яһалалар, икенсе телдәрҙән яңы һүҙҙәр инә. Шул арҡала яҙылышы орфография ҡағиҙәләре менән ҡарал­ 98
Закрыть