өндәре һүҙгә һуҙынҡы өн менән башланған ялғау ялғаныу менән ғ, г, б өндәренә әйләндереп әйтелә һәм был орфографияла ла үҙе нең сағылышын ала: нисек әйтелә, шулай яҙыла (аҡ — ағы, китап — китабы, ебәк — ебәге), һүҙҙәрҙе бергә ҡушып әйткәндә ике һуҙынҡы уртаһында килгән пс, к өндәре ғ, г өндәренә әйлән дереп әйтелә, шулай яҙылалар: терегөмөш (тере көмөш), Ағиҙел (Аҡ Иҙел). Ҡайһы бер һүҙҙәр ялғауҙар ҡушылыу менән айырым өндәр төшөрөп ҡалдырылып әйтеләләр, яҙыуҙа ла төшөрөп яҙы лалар (халыҡ — халҡы, ирек — ирке, бүрек — бүрке һ. б.).
Рус теле аша ингән һүҙҙәрҙең күбеһе, айырыуса терминдар, үҙҙәренең тамыр йәки нигеҙ өлөштәрендә график принципта, йәғни рус орфографияһындағыса яҙылалар (принцип, банк, съезд, промышленность, металл, килограмм, класс). Ләкин ял ғауҙар ҡушыу менән, был принцип емерелә, ялғауҙар фонетик принципҡа нигеҙләп яҙылалар (принцип — принцибе, банк — банкыһы, съезд — съезы, промышленность — промышленноскә, металл — металға, килограмм — килограмда, класс — кластан).
Ҡайһы бер һүҙҙәр фонематик-морфологик принципта яҙы ла. Мәҫәлән, н өнө үҙенән һуңғы өндәрҙең йоғонтоһо аҫтында ң, м өндәре менән сиратлашып әйтелһә лә, был сиратлашыу яҙыуҙа күрһәтелмәй (ун бер, ун биш, барғанмын, килгәнмен, көнбағыш, боронғо, тартынҡы, һуҙынҡы, бөгөнгө; әйтелә: ум бер, ум биш, барғаммын, килгәммен, ҡомбағыш, бороңғо, тартыңҡы, һуҙынҡы, бөгөңгө).
Ҡайһы бер һуҙынҡы өндәр һүҙҙәрҙең үҙгәреүе менән төшө рөп әйтелһә лә, яҙыуҙа һаҡлана (айыр — айырыу, айырым, айырылғас, айырыуса; синыф — синыфы; кәкере — кәке- рөйеү, кәкерәйгән; әйтелә: айыр—айрыу, айрым, айрылғас, айрыуса; синыф — синфы; кәкере — кәкрәйеү, кәкрәйгән).
Айырым һүҙҙәр дифференциацион принцип нигеҙендә яҙылалар. Был принцип әйтелеше бер үк, ә мәғәнәләре төрлө һүҙҙәрҙе бер-береһенән айырыу өсөн ҡулланыла: һүҙҙәр, мәғәнә үҙгәрештәренә ҡарап, төрлөсә яҙыла, бер төрлө әйтелә. Мәҫәлән, туған — туғандаш, туғанлашыу, туғанлыҡ, туған тел, туғаным; тыуған — тыуған ауыл, тыуған ер, тыуған ил, йәки күренеш — күрнеш; ҡаршы — ҡарышыу һ. б.
Һүҙҙәрҙе ҡушып яҙыу йәки яҙмау, баш хәреф йәки бәләкәй хәреф менән яҙыу аша һүҙҙәрҙең мәғәнә айырымлыҡтарын белдереү кәрәк булғанда ла дифференциацион принцип ҡулла ныла. Мәҫәлән: ирек, Ирек, гүзәл, Гүзәл, аҡ һаҡал, аҡһаҡал, биш бармаҡ, бишбармаҡ.
97