Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 94.

и менән яҙыла ине, хәҙер ы менән яҙылырға тейеш була; сый- фат, сыйныф һәм башҡа ошоноң кеүек ый менән йөрөтөлгән һүҙҙәр ҙә хәҙер и менән яҙылырға тейеш булалар (синыф, сифат, сираҡ һ. б.).

Ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы һүҙҙең аҙағын­ дағы өндөң әйтелешенә ҡарап түгел, ә һүҙҙең аҙаҡҡы ижегенең ҡалын йәки нәҙек булыуына ҡарап билдәләнә. Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы конкретлаштырыла. 1940 йылғы орфография буйынса аҙаҡтағы нг, нк, оск, уск, иск бөтөмдәренең береһенә бөткән һүҙҙәргә зат ялғауҙары ы ҡушып яҙылып, ә күплек, килеш ялғауҙары ы ҡушылмай яҙылырға тейеш була, былар бер принципҡа ҡуйылалар: күплек һәм килеш ялғауҙары ла, зат ялғауҙары шикелле ы ҡушып яҙылырға тейеш була (бан­ кыһы, банкылар, банкынан).

Был төҙәтмәләр Башҡортостан Мәғариф Халыҡ Комисса­ риаты тарафынан саҡырылған телселәр һәм матбуғат эшселәре кәңәшмәһендә ҡаралып хуплана һәм Башҡорт АССР-ы Верхов­ ный Советы Президиумының раҫлауына индерелә. Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы был мәсьәләне ҡарап, үҙенең 1941 йылдың 15 ноябрь Указы менән орфографияға индерелгән асыҡлауҙарҙы раҫлай93.

Шундай төҙәтмәләр индерелгәндән һуң, орфография яңы редакцияла 1942 йылда айырым брошюра рәүешендә баҫылып сыға94.

1950 йылда башҡорт теле орфографияһына тағы бер ни тик­ лем асыҡлауҙар индерелә: алфавитҡа ё хәрефе алына; ҡушма һүҙҙәр, рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙә ялғауҙар яҙылышы конкретлаштырыла. Был асыҡлауҙар Башҡорт АССР-ы Вер­ ховный Советы Президиумының 1950 йылдың 23 ноябрь Указы менән раҫлана, шунан һуң яңы редакцияла айырым бро­ шюра булып баҫылып сыға95. Шулай итеп, рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавит һәм орфографияның сирек быуат тарихы бар. Башҡорт теленең хәҙерге алфавиты 42 хәрефтән тора.

93 Әхмәр Ҡ. Башҡорт әҙәби теле орфографияһына индерелгән ҡайһы бер асыҡлауҙар тураһында. «Ҡыҙыл Башҡортостан». 31.XII. 1941.

94 Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы. Өфө, Башгос- издат, 1942.

95 Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы. Өфө, Башгос- издат, 1951.

94
Закрыть