Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 93.

Мәҫәлән, июнь, февраль, ноябрь һ. б. ошоноң һымаҡ һүҙҙәрҙә аҙаҡҡы өндәрҙең нәҙеклеген йомшаҡлыҡ билдәһе күрһәтеп тора. Ә бына Папанин, эфир, отряд, билет һ. б. ошондай һүҙ­ ҙәрҙә ҡалын ялғаумы, нәҙек ялғаумы яҙырға? Рус теле буйынса был һүҙҙәрҙең аҙағындағы өндәр ҡалын, ә башҡорт теле закон­ дарынан сығып ҡарағанда нәҙек өн иҫәпләнәләр, сөнки нәҙек һуҙынҡы эргәһендә килгәндәр. Папанинға, эфирға, отрядҡа, билетҡа тип яҙырғамы, әллә Папанингә, эфиргә, отрядкә, билеткә тип яҙырғамы?

Шунан һуң бер нисә һүҙҙән торған яңғыҙлыҡ исемдәр яҙы­ лышы мәсьәләһе асыҡланып етмәгән була. Орфографияла бер нисә һүҙҙән торған яңғыҙлыҡ исемдәрҙең һәр бер һүҙе баш хәреф менән яҙыла, тиелә (24-се бит). Был ҡағиҙә буйынса СССР Верховный Совете тигәндә лә, Борай ауыл совете тигәндә лә һәр бер һүҙ баш хәреф менән яҙылырға тейеш була (СССР Верхов­ ный Совете, Борай Ауыл Совете). Э матбуғатта партия һәм хө­ күмәт юғары органдары исемдәренең һәр бер һүҙе баш хәреф менән яҙылып, ҡалғандарында беренсе һүҙҙәре генә баш хәреф менән яҙып йөрөтөлә (СССР Верховный Совете, Борай ауыл совете).

Шуларҙың бөтәһен иғтибарға алып, 1940 йылғы орфогра­ фия ҡайтанан ҡарап сығыла һәм уның айырым параграфта­ рына асыҡлауҙар индерелә: о-ө, ы-е-ләрҙең яҙылышына бәйле ҡағиҙәләр конкретлаштырыла, уларҙың ниндәй осраҡтарҙа төшөп ҡалыу-ҡалмау мәсьәләһе ентекле итеп бирелә. Элекке орфографияла аҙаҡтары ий-тә бөткән иҫемдәрҙә ҡыҫҡа и (й) төп килештә генә һаҡланып, ялғауҙар ҡушылғанда төшөп ҡала ине, ә ый, ей-тә бөткән иҫемдәрҙә төшөп ҡалмай ине (Горь­ кий — Горькиҙе, Алексей — Алексейҙе). Былар берләштерелә: гш-гә бөткән иҫемдәрҙә лә ҡыҫҡа и(й) бер ваҡытта ла төшөп ҡалмай (Горькийҙе, Алексейҙе).

Бер нисә һүҙҙән торған яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яҙылышына асыҡлыҡ индерелә: партия һәм хөкүмәт юғары органдарының (республика, Бөтә Союз, әлкә) һәр бер һүҙе баш хәреф менән яҙылып, ҡалғандарында беренсе һүҙе генә баш хәреф менән яҙылырға тейеш була (КПСС Үҙәк Комитете; РСФСР Верхов­ ный Совете; Башҡорт АССР-ы Верховный Совете; Стәрлета­ маҡ педагогия институты; Борай район башҡарма комитете; Туғай ауыл совете).

Ҡайһы бер айырым һүҙҙәрҙең яҙылышына асыҡлыҡ инде­ релә: хыял, ихтыяр, хыянат һ. б. шуның һымаҡ һүҙҙәр элек 93
Закрыть