Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 92.

алфавитында йэ өнөн, ё хәрефе — йо өнөн белдерә, ә башҡорт телендә был хәрефтәр рус алфавитында булмаған йы, йө өндәрен дә белдерергә тейеш булалар. Был хәл мәктәптә уҡыусыларға бер үк хәрефте ике төрлө уҡырға юл ҡалдыра. Уҡыусылар был хәрефтәрҙе башҡорт теле дәресендә йы, йэ, йө итеп уҡып, рус телендә лә шулай уҡый башлаясаҡтар. Бына шуларҙан сығып, СССР Фәндәр академияһының тел, яҙыу институты М. Ғафури институты ебәргән проектты хупламай92.

Шулай итеп, һуҙынҡылар яҙылышына үҙгәреш индерел­ мәй, быға тиклем нисек ҡабул ителгән булһа, шулай ҡала. Сөнки ҡушма һуҙынҡы өндәрҙе бер хәреф менән генә яҙыу, мәҫәлән, йөн һүҙен ёнь формаһында яҙыу башҡорт һүҙҙәренең әйтелешен боҙоуға килтерер ине.

Рус графикаһы нигеҙендә 1940 йылда төҙөлгән орфогра­ фияны ҡулланыу практикаһы уның ҡайһы бер параграфта­ рына асыҡлау индереү кәрәклеген күрһәтә. Мәҫәлән, о-ө, ы-е өндәренең яҙыуҙа төшөп ҡалыу-ҡалмау мәсьәләһе асыҡланып етмәгән була. Был турала орфографияла, тамыр һәм нигеҙҙә­ рендә о-ө, ы-е өндәре булған ҡылымдарға ялғауҙар ҡушылыу менән о-ө, ы-е өндәре яҙыуҙа төшөрөлмәй, тиелә (§§5, 10). Был ҡағиҙә буйынса түбәндәге һорауҙар килеп тыуа: бойроҡ, айрым һәм башҡа ошоноң һымаҡ тамырҙары ҡылымдан булып та, ялғау ҡушылыу менән икенсе һүҙ төркөмөнә әйләнгән һүҙҙәрҙә о-ө, ы-е өндәре яҙыуҙа төшөп ҡаламы, юҡмы, айрым, бойроҡ тип яҙырғамы, әллә айырым, бойороҡ тип яҙырғамы? Икенсе­ нән, ҡурыҡ, һелек кеүек һүҙҙәр ялғауҙар ҡушылғанда ни эш­ ләй? Өсөнсөнән, халыҡ, бүрек, ирек, хәреф, исем кеүек һүҙҙәрҙә ялғауҙар ҡушылғанда ы-е хәрефтәре яҙылышы һаҡла­ намы, юҡмы: халҡы, бүрке, ирке, хәрфе, исме типме, әллә халығы, бүреге, иреге, хәрефе, исеме тип яҙырғамы? Бына шул арҡала бер үк һүҙҙәр матбуғатта төрлөсә яҙып йөрөтөлә башлай (бойроҡ — бойороҡ, халҡы — халығы, бүрке — бүреге, хәр­ фе — хәрефе, исме— исеме һ. б.).

Орфографияла ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы һүҙҙәрҙең аҙаҡтарындағы өндәрҙең ҡалын йәки нәҙеклегенә ҡарап билдәләнә (§ 37—2). Был ҡағиҙә лә рус теленән ингән һүҙ­ ҙәрҙә, ялғауҙар яҙылышында күп кенә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

92 Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивы. Фонд 3. Опись 9. № 45. 38—40-сы биттәр.

92
Закрыть