Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 91.

риевтың доклады тыңлана. Докладсы һуҙынҡы өндәрҙе ҡушма хәрефтәр менән (йо, йө, йә, йе ) яҙмайынса, бер генә хәреф менән (е, ё, я) яҙыу принцибын ҡуя. Был мәсьәләлә конференцияла ҡатнашыусылар икегә айырыла. Бер төркөм делегаттар ҡушма хәрефтәр менән яҙыу яғында, ә икенсе төркөм (күпселек) бер генә хәреф менән яҙыу яғында була.

Конференция рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавит­ тың башҡорт теленең специфик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгәнен күрһәтеп үтә. Башҡорт теле орфографияһының фонетик, морфологик, тарихи-традицион принциптарҙа төҙө- лөүен фәнни яҡтан дөрөҫ тип таба. Шул уҡ ваҡытта конферен­ ция БАССР Верховный Советы Президиумынан башҡорт теле орфографияһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереүҙе һорап та ҡарар сығара. Был үҙгәрештәр башлыса я, е, ё хәрефтәре яҙы­ лышы мәсьәләһенә ҡайтып ҡала91.

Конференциянан һуң орфографияның һуҙынҡы хәрефтәр яҙылышына бәйле ҡағиҙәләре ҡайтанан тикшерелә. М. Ғафури исемендәге тел, әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты конфе­ ренция ҡарары нигеҙендә һуҙынҡылар яҙылышы тураһында проект төҙөп, СССР Фәндәр академияһының тел һәм яҙыу институтына ебәрә. Институт, проектты ҡарап, түбәндәге фекерҙе әйтә: СССР халыҡтары телдәре өсөн рус графикаһы нигеҙендәге алфавит түбәндәге принциптарҙан сығып төҙөлөргә тейеш: 1) Рус хәрефтәре рус алфавитында ниндәй мәғәнәлә ҡулла­ нылһалар, башҡа халыҡтарҙың алфавитында ла шул уҡ мәғә­ нәлә ҡулланылырға тейеш.

2) Рус графикаһы нигеҙендәге алфавит шул телдең фонетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып төҙөлөргә, телдәге бөтә специфик өндәр өсөн айырым хәрефтәр алынырға тейеш.

3) СССР халыҡтарының рус графикаһы нигеҙендәге алфа­ виттары араһында унификация булырға тейеш.

Башҡорт алфавитындағы һуҙынҡыларҙың яҙылышы тура­ һында төҙөлгән яңы проект был принциптарға ҡаршы килә. Я, е, ё хәрефтәренә рус алфавитында булмаған мәғәнәләр йөк­ мәтелә: я хәрефе рус алфавитында йа өнөн белдерә, ә башҡорт алфавитында йа, йэ өндәрен белдерергә тейеш була; е хәрефе рус 91 Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивы. ФондЗ. Опись 9. № 48. 295—297-се биттәр.

4* 91
Закрыть