Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 89.

түгел. Уҡый белеү, яҙыу белеү бик тиҙ булырға тейеш. Шуны еңеләйтер өсөн, мин был әлепейҙе сығарып яҙҙым. Был әле- пейҙә һәр бер тауышҡа бер хәреф булғанға күрә, башҡорт һүҙ­ ҙәрен әйтелгәнсә яҙып торорға мөмкин, һәр бер һүҙ бер төрлөсә генә яҙылғас, уҡырға ла бик тиҙ өйрәнелә»87. Шулай итеп, М. Ҡулаев ғәрәп хәрефтәренең башҡорт теленең фонетик систе­ маһына бөтөнләй яуап бирмәгәнлеген, ғәрәп хәрефтәренең яҙыу, уҡыу өсөн ҡыйын икәнен әйтә. Шуға күрә ул ғәрәп хәреф­ тәрен рус хәрефтәре менән алыштырыуҙы тәҡдим итә. Үҙенең алфавитын ул һәр бер өнгә бер хәреф булыу принңибынан сығып төҙөгән.

Башҡорт әҙәби теленең рус графикаһы нигеҙендәге алфави­ тын һәм орфографияһын төҙөгәндә, революцияға тиклемге ғалимдарҙың был әлкәләге тәжрибәләре, әлбиттә, иҫкә алына, өйрәнелә.

Башҡорт әҙәби теленең рус графикаһы нигеҙендәге алфави­ тын һәм орфографияһын төҙөгәндә, иң бәхәсле мәсьәләләрҙең береһе һуҙынҡы өн хәрефтәренең шәкеле һәм һыҙылышы мәсьәләһе булды. Бер төркөм иптәштәр ҡушма һуҙынҡы хәреф­ тәр яҙыуға ҡаршы сығалар. Улар йы, йе урынына е; йа, йә уры­ нына я; йо, йө урынына ё хәрефен яҙырға һәм был өндәрҙең нәҙеклеген яҙыуҙа йомшаҡлыҡ билдәһе (ь) менән биреүҙе тәҡ­ дим иттеләр: ел, ель, быел, тееш (йыл, йел, быйыл, тейеш); ял, яль (йал, йәл); ёмғаҡ, ёҙөк, боёк, көё, ёнь (йомғаҡ, йөҙөк, бойоҡ, көйө, йөн), һуҙынҡылар эргәһендә ы яҙыу, был иптәштәр феке­ ренсә, башҡортса һүҙҙәрҙең яҙылышын рус графикаһынан бик ныҡ айыра, яҙыуҙа сыбарлыҡ һәм буталсыҡ тыуҙыра88. Әлбит­ тә, был нигеҙле дәлил түгел ине. һуҙынҡыларҙың нәҙек әйте­ лешен йомшаҡлыҡ билдәһе менән белдереү (мәҫәлән, ял, яль) ғилми принципҡа нигеҙләнмәгән, сөнки йомшаҡлыҡ билдәһе­ нең төп функцияһы һуҙынҡының нәҙеклеген белдереү түгел, ә тартынҡыларҙың нәҙеклеген белдереүҙән тора. Икенсенән, һуҙынҡылар янында й хәрефе яҙыу рус теленең үҙендә лә бар. Мәҫәлән, йеменский, йог, йод, йотация, йодоформ89...

87 Кулаев М. Н. Основы звукопроизношения и азбука для башкир. — Казань, 1912. Альпей. Казань, 1919.

88 Миңнеғәлиев И. М. Башҡорт әҙәби теле орфографияһының ғилми прин­ циптары тураһында // Ҡыҙыл Башҡортостан, 1940, 10 декабрь.

89 Орфографический словарь русского языка. Под редакцией С. И. Ожегова и А. Б. Шапиро. М., 1956, 351-се бит.

4-1.0035.12 89
Закрыть