Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 87.

Республиканың бөтә райондарында башҡорт халҡы, Баш­ ҡорт АССР-ы Верховный Советынан башҡорт яҙыуын латин­ лаштырылған алфавиттан рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күсереүен һорап, ҡарар ҡабул итә83.

Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы, башҡорт хеҙмәтсәндәренең был теләктәрен үтәү маҡсатынан сығып, 1939 йыл 20 декабрҙә башҡорт яҙыуын латинлаштырылған алфавиттан рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күсереү һәм шул алфавитҡа ярашлы итеп эшләнгән орфогра­ фияны раҫлау тураһында указ сығара. Был указ буйынса баш­ ҡорт яҙыуын латинлаштырылған алфавиттан рус графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү 1940 һәм 1941 йылдар эсендә тамамланырға тейеш була.

Революцияға тиклем дә рус һәм башҡорт ғалимдары тара­ фынан рус графикаһы нигеҙендә башҡорт теле алфавиты төҙөлгән. Мәҫәлән, В. Катаринский 1908 йылда башҡорттар өсөн әлифба төҙөп, баҫтырып сығара. Ул үҙенең әлифбаһында 39 хәреф ала. Башҡорт теленең специфик өндәре өсөн түбәндәге хәрефтәр алына: о-ө, r-һ, а-э, у-у, н-ң; ләкин ҙ, -ҡ, ғ, ҫ өндәре өсөн айырым хәрефтәр алынмай84.

А. Бессонов үҙенең 1907 йылда баҫтырып сығарған әлифба­ һында башҡорт теле алфавитын 41 хәрефтән төҙөй, ҙ өнө өсөн айырым хәреф (g ') ала һәм рус фитаһын (ө) индерә85.

Башҡорт теле алфавитын булдырыуҙа башҡорт ғалимы док­ тор М. Ҡулаев күп эш эшләй. Ул 1912 йылда рус-грек графи­ каһы нигеҙендә 33 хәрефтән торған башҡорт милли алфавитын төҙөй. Ул э, у өндәре өсөн грекса «альфа», «ипсилон», о, ө өндә­ ре өсөн грекса «омега» хәрефен төрлө формаларҙа эшләп алған: ( а-э,у-у, -6Z-0, &-ө Башҡорт теленең ҡалған специфик өндә­ ре өсөн түбәндәге хәрефтәрҙе алған: t -% ъ-и, ь-е, l -ҙ, j-u , . Доктор М. Ҡулаев үҙенең алфавитын ике тап­ ҡыр — 1912 һәм 1919 йылдарҙа баҫтырып сығара86.

83 Был турала партияның урындағы ойошмалары ҙур эш алып бара. 1938— 1939 йылдарҙа Башҡортостандың 46 районында башҡорт яҙыуын рус графи- каһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күсереү мәсьәләһен тикшереүгә арналған 1249 йыйылыш үткәрелә, был йыйылыштарҙа 92 мең кеше ҡатнаша, 3800 кеше сығыш яһай. «Ҡыҙыл Башҡортостан», 1939,11 декабрь.

84 Катаринский В. Букварь для башкир. Оренбург, 1908.

85 Бессонов А. Букварь для башкир. Казань, 1907.

86 Кулаев М. Н. Основы звукопроизношения и азбука для башкир. Казань, 1912. Альпей. Казань, 1919.

87
Закрыть