Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 86.

төшөнсәләр, яңы фәнни асыштар һ. б. бик күп яңы һүҙҙәр һәм терминдар тыуҙырҙы. Башҡорт теленә көн һайын ундарса яңы һүҙҙәр өҫтәлә барҙы. Милли формалы, социалистик йөкмәткеле мәҙәниәт үҙенең үҫешендә тағы ла киңерәк ҡолас йәйҙе һәм алға табан яңы аҙымдар яһаны. Бына ошо шарттарҙа быға тиклем йәшәп килгән латинлаштырылған алфавит халыҡтың мәҙәниәт талаптарын ҡәнәғәтләндерә алмай башлай һәм телдең, яҙыуҙың артабан үҫешенә етди тотҡарлыҡ яһай, башҡорт теленә көндән- көн инә барған рус һүҙҙәрен һәм интернациональ һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуға ҡамасаулай, рус теле менән башҡорт теленең бер- береһенә йоғонто яһауына яһалма кәртә була башлай. Бына шуларҙың бөтәһе латинлаштырылған алфавиттың түбәндәге етешһеҙлектәренән килде: 1. Латинлаштырылған алфавиттың хәреф системаһы баш­ ҡорт һүҙҙәренең дә, рус һүҙҙәренең дә өн составын үҙ эсенә алып бөтмәй. Мәҫәлән, латинлаштырылған алфавитта рус телендәге ц, щ, я, ю өндәрен биреү өсөн хәрефтәр юҡ. Был хәл башҡорт теленә рус әҙәби теле аша ингән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыуҙы ҡыйын­ лаштырҙы. Мәҫәлән, русса цех, цемент, меню, Валя һүҙҙәре sex, sement, тепу, Vala (cex, семент, менү, Валә) рәүешендә яҙыла­ лар ине.

2. Бер үк хәрефтең рус телендә бер өнгә, ә башҡорт телендә бөтөнләй икенсе өнгә билдә булып йөрөүе арҡаһында, уҡыусы­ ларға әсә телен, шулай уҡ рус телен үҙләштереүҙе ҡыйынлаш­ тырҙы. Мәҫәлән, в хәрефе рус телендә в өнөн, ә башҡорт телендә б өнөн, с — рус телендә с өнөн, башҡорт телендә ч өнөн, т — рус телендә т өнөн, башҡорт телендә м өнөн, п — рус телендә п өнөн, башҡорт телендә н өнөн, р — рус телендә р, башҡорт те­ лендә п,ч — рус телендә ч, башҡорт телендә р, и — рус телендә и, башҡорт телендә у, у — рус телендә у, башҡорт телендә р өнөн белдерә ине.

3. Латинлаштырылған алфавит нәшриәттә ҙур ҡыйынлыҡ­ тар тыуҙырҙы. Уның өсөн махсус рәүештә йыһазландырылған монотиптар, линотиптар, шрифтар булдырыу кәрәк булды.

Шуның өсөн 1938 йылда Башҡортостанда башҡорт яҙыуын латинлаштырылған алфавиттан рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән алфавитҡа күсереү тураһында Башҡортостанда киң хәрәкәт башлана. Был турала КПСС-тың Башҡортостан әлкә комитеты бюроһының 1938 йылдың 14 авгусында беренсе ҡарары, 1939 йылдың 21 апрелендә икенсе ҡарары сыға һәм башҡорт теленең алфавиты һәм орфографияһы проектын төҙөү өсөн комиссия төҙөлә.

86
Закрыть