c x s o IV БАШҠОРТ ӘҘӘБИ ТЕЛЕНЕҢ РУС ГРАФИКАҺЫ НИГЕҘЕНДӘ ТӨҘӨЛГӘН АЛФАВИТЫ ҺӘМ ОРФОГРАФИЯҺЫ Башҡорт яҙыуын латинлаштырылған алфавитҡа күсереү үҙ ваҡытында прогрессив күренеш булды. Латинлаштырылған алфавит башҡорт халҡының тарихында, башҡорт яҙыуының һөм мәҙәниәтенең үҫешендә бик ҙур ыңғай роль уйнаны. Латин лаштырылған алфавит ғәрәп алфавитына ҡарағанда үҙләш тереү өсөн еңелерәк һәм яҙыу өсөн уңайлыраҡ булды. Уға күсеү арҡаһында йөҙҙәрсә мең башҡорт йәштәре әсә телендә уҡырға һәм яҙырға тиҙерәк өйрәнделәр. Ололарҙың бик күбеһе грамо таға эйә булды.
Халыҡ хужалығының икенсе биш йыллығын бойомға ашы рыу йылдары — социалистик төҙөлөштөң гигант аҙымдар менән алға китеүе һәм мәҙәниәт революцияһының еңеү йыл дары булдылар. Был йылдарҙа Башҡортостанда грамотаһыҙ- лыҡ, нигеҙҙә, бөтөрөлдө, мәктәптәр һәм башҡа мәҙәниәт- ағартыу учреждениелары бик ныҡ үҫте, тиҫтәләрсә исемдә гәзиттәр, журналдар, башланғыс һәм урта мәктәптәр өсөн төрлө фәндәрҙән стабиль дәреслектәр баҫылды. Башҡорт стено графияһы, башҡорт телендә яҙыу машинкалары эшләнде. Был эштә лә латинлаштырылған алфавит ыңғай роль уйнаны. Латинлаштырылған алфавитҡа күсеү — дин әһелдәрен дини әҙәбиәт таратыу буйынса уларҙың төп ҡоралы булған ғәрәп алфавитынан мәхрүм итте.
Социалистик яңы индустрия, механизацияланған ауыл хужалығы, хеҙмәттең яңы ҡоралдары революция йылдарында, бигерәк тә халыҡ хужалығының икенсе биш йыллығын бойомға ашырыу һәм өсөнсө биш йыллыҡты уңышлы рәүештә тормошҡа үткәрә барыу йылдарында барлыҡҡа килгән яңы 85