Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 83.

Был проект йәмәғәтселек фекерен алыу өсөн баҫтырып тара­ тыла. Уҡытыусылар, уҡыусылар, телселәр, гәзит редакцияла­ рында, нәшриәттә эшләүселәр һ. б. ҡатнашлығында проект тикшерелә, өйрәнелә. Шунан бер ни тиклем үҙгәрештәр менән 1939 йылда Башҡортостан Верховный Советы Президиумы тарафынан раҫланып, баҫылып сыға82. Хөкүмәт раҫ лау ына бирер алдынан проект ҡайтанан ҡарап сығылып, уға түбәндәге үҙгәрештәр индерелә: исем ҡылым аҙаҡтарында у, өсөнсө зат хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары аҙағында и яҙыу тураһындағы ҡағиҙәләр төшөрөп ҡалдырыла, уларҙы элеккесә исем ҡылым аҙаҡтарында ыу-еу, оу-өу; хәбәр ҡылымда й, ей, ый, ой-өй яҙыла; о-ө яҙылышы һүҙҙең аҙағына тиклем һаҡлана; рус телендәге щ башҡорт телендә һәр урында ҙс (шч) рәүешендә яҙыла (ҙсикт,р1а$с); беренсе һүҙе асыҡлау мәғәнәһендә килгән бөтә ҡушма һүҙҙәр айырым яҙылалар (аҡ айыу, ҡара айыу, ата ҡаҙ, инә ҡаҙ, баш мәҡәлә); көсәйтеү дәрәжәһе сифаттары дефис аша яҙыла (ап-аҡ); ярҙамлыҡ һүҙҙәр бөтәһе лә айырым яҙылалар (Kilgas ук, hin gena, кИэ 1эһэ); бер нисә һүҙҙән торған яңғыҙлыҡ исемдәрҙең союз һәм әлкә әһәмиәтендә булғанда­ рының һәр бер һүҙе баш хәреф менән, был әһәмиәткә эйә булмаған яңғыҙлыҡ исемдәрҙең — беренсе һүҙе генә баш хәреф менән яҙыла (SSSR Verxovnbj Sovetb, BASSR Finans Xahq Komissariatb, Ofe rajon militsia bylege, Boray avbl sovetb).

Орфографияла ҡушма рәүештәр, ҡушма ҡылымдар, рәт һаны ялғауҙары яҙылышы хаҡында бер нәмә лә әйтелмәй. Ғөмүмән, орфографияла ҡушма һүҙҙәр яҙылышы бүлеге бик өҫтән эшләнгән.

Үҙгәртеп алынған ҡайһы бер һүҙҙәр (белән, аның, анда, аға, андан һ. б.) орфографиянан төшөрөп ҡалдырылғандар, сөнки теге йәки был һүҙҙе нисек һәм ниндәй формала алыу — ул орфография мәсьәләһе түгел, ә терминология һәм грамматика мәсьәләһе.

Был орфографияның ғүмере оҙон булмай. Ул 1939 йылдың аҙағында ғына баҫылып сыға, ә шул уҡ 1939 йылда инде рус графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсеү мәсьәләһе ҡуҙғала. Шулай итеп был орфография латин графикаһы нигеҙендәге алфавит буйынса төҙөлгән орфографияларҙың һуңғыһы була.

82 «Башҡорт теле орфографияһы». БАССР Верховный Советы Президиумы тарафынан раҫланған, 3.III.1939. Протокол № 8. Өфө, 1939.

83
Закрыть