Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 82.

Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы хаҡында проектта бирелгән ҡағи­ ҙәләр буйынса, ике тамыр йәки нигеҙ һүҙҙән торған ҡушма һүҙҙәр, бер баҫым менән әйтелеп, бер предметҡа исем йәки термин урынында ҡулланылһа, тоташ яҙылалар. Ике һүҙҙән тор­ ған ҡушма сифаттар, рәүештәр, ҡылым һорауҙары, ал һүҙе менән килгән ҡушма ҡылымдар, көсәйтеү дәрәжә сифаттары, һорау киҫәксәһе менән ярҙамсы ҡылым икән, уҡ-ук, ғына-генэ, ҡына- кенә, даһа-таһа, ҙаһа киҫәксәләре тоташ яҙыла:Agidel,Agdinged, пц1эр; ataKyrKd, qaraju (ҡара айыу), artaban, xalbqara, һәгЪег, bernisd, hiSKem, hajlavaldb, кИэһпэпе, qajtalm am , кугэһпэрзэк, Ъагатгкэп, appaq, qajtqasuq, KilgdsyK, куркепэ, juqtaha.

Шунан һуң айырым һүҙҙәр үҙгәртеп алына (Ье1әп, ул — апъц, апь, апап, anda, alaj, andaj).

Рәт һаны ялғауы бөтә цифрҙар һуңында ла — рим цифрымы, ғәрәп цифрымы — дефис аша яҙылырға тейеш була (XVII-se sjezd, 1924-se jbl, 5-se mart).

Ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы элекке орфогра­ фияла һуңғы ижеккә ҡарап билдәләнә ине, ә был проектта ялғау алдындағы өндөң ҡалын йәки нәҙек әйтелеүенә ҡарап билдәләнә ( udarniKtar, revolytsionerb, marKsistar, Gor’Kigd).

Бер нисә һүҙҙән торған яңғыҙлыҡ исемдәрҙең һәр бер һүҙе баш хәреф менән яҙыла: Вө]вк ОШэЬег’ SotsialistiK Revolytsiahb, Sovet SotsialistiK RespubliKalan Sojuzb, Qfe Rajon Finans Bylege, Bajazit Avbl Sovetb.

Күренеүенсә, был проектта элекке орфографияларға ҡара­ ғанда күп кенә асыҡлауҙар, өҫтәлмәләр, үҙгәртмәләр индерел­ гән. Уларҙың күбеһе, әлбиттә, орфографияны камиллаш­ тырыуға йүнәлдерелгәндәр. Ләкин шуның менән бергә ҡайһы бер үҙгәртмәләр башҡорт теленең үҙенсәлеген иғтибарға алып етмәүҙе лә күрһәтеп торалар (мәҫәлән, хәбәр һөйкәлеше ҡылымы аҙаҡтарын и менән, исем ҡылым аҙаҡтарын у менән яҙыу һ. б.). Ҡушма һүҙҙәр яҙылышы эшләнеп етмәгән. Проектта беренсе һүҙе сифат йәки айырым исем булып килгән ҡушма исемдәр айырым яҙылалар, тип әйтелә лә (50-се бит), шуға миҫал итеп qara hanq, aq h an q һәм башҡа ошоноң һымаҡ һүҙҙәр килтерелә. Ә бер нисә бит алда, ата ҡаҙ, аҡ айыу кеүек һүҙҙәр тоташ яҙылалар, тип әйтелә (46-сы бит).

Проектта 1937 йылдың тәьҫире лә һиҙелеп ҡала. Дөйөм принциптар бүлегендә: «Тел төҙөлөшө әлкәһендә ҙур сәйәси бурыс булып буржуаз милләтселәр тарафынан үткәрелгән ҡо­ ротҡослоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү бурысы тора», — тиелә (7-се бит).

82
Закрыть