Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 79.

(Engel’s, biologiya, autual’, zavod, doKlad, nalog); v ике өн хәрефе булып йөрөй (vaqbt, velosiped); рус телендәге ю ижек баштарында ju, jy, ә бүтән урындарҙа у формаһында яҙыла (junuer, lyKs); я ижек баштарында ja, ә бүтән урындарҙа э формаһында яҙыла (Jalta, soja, Vald, Gala); рус теле аша ингән һүҙҙәр аҙағында килгән ия, ея — ia, еа рәүешендә яҙыла (partia, Korea); рус теле аша ингән һүҙҙәрҙә аа, иа, ио, ие, еа, ео яҙы­ лыштары һаҡлана, аа, ia, io, ie, еа, ео, формаһында яҙылалар (Aaran qalahb, radio, океап һ. б,); тамыр һүҙҙәрҙә ҡуш тартын­ ҡылар төшөрөлмәй яҙыла (Klassik, gramm, tcilovatt, metall). 1930 йылда баҫылып сыҡҡан орфографияла ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылыуы тураһында бер нәмә лә әйтелмә­ гәйне, сөнки ул орфография буйынса рус теле аша ингән һүҙ­ ҙәрҙә башҡорт теленең фонетик закондарына буйһондороп яҙылғанлыҡтан, ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы мәсьәләһендә ҡыйынлыҡтар осрамай ине: ялғауҙар яҙылышы сингармонизм законына буйһона ине. Хәҙер инде рус теле аша ингән һүҙҙәрҙең яҙылышы рус теле орфографияһына бер ни тиклем яҡынлаштырылғас, ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы мәсьәләһен билдәләү ҡыйынлаша төшә, шуға күрә 1934 йылғы орфографияла ялғауҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы тураһында айырым параграф бирелә (§ 31). Ялғау­ ҙарҙың ҡалын йәки нәҙек яҙылышы ялғау алдындағы ижектең ҡалын йәки нәҙек булыуына ҡарап килә: ҡалын ижек булһа — ҡалын ялғау, нәҙек ижек булһа — нәҙек ялғау яҙыла. Ижектәрҙең ҡалынмы, нәҙекме икәнлеге, асыҡ ижектәрҙә ижек башында йәки аҙағында килгән һуҙынҡыға ҡарап, ябыҡ ижектәрҙә ижек уртаһында килгән һуҙынҡыға ҡарап билдә­ ләнә: ҡалын һуҙынҡы килһә — ҡалын ижек, нәҙек һуҙынҡы килһә — нәҙек ижек була.

Нәҙек һуҙынҡылы ябыҡ ижектәрҙең өс төрлөһө был дөйөм ҡағиҙәгә буйһонмай: аҙағы берҙән артыҡ тартынҡыға йәки — ер формаһында бөткән, е алдынан с, ш, ч, з, ж өндәре булған ябыҡ ижектәрҙә ялғауҙар ҡалын яҙыла (temptar, рюпегъ, sextar, cextar).

Шунан ҡушма һүҙҙәр яҙылышы бер ни тиклем киңәйтеп бирелә; и өнөнә бөткән сифаттар менән исемдәр яҙылышы берләштерелә, икеһендә лә и яҙыла (xarbi, Vali).

Орфографияға индерелгән төп үҙгәрештәр бына шуларҙан тора. Әлбиттә, был үҙгәрештәрҙе индергәндән һуң, орфография бер ни тиклем яҡшыра, бигерәк тә рус теле аша ингән һүҙҙәрҙең 79
Закрыть