Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 77.

Бишенсе бүлектә апостроф яҙылышы хаҡында әйтелә.

Алтынсы бүлектә рус теленән ингән һүҙҙәр яҙылышы хаҡында ҡағиҙәләр бирелә. Бында рус теленең специфик өндәре башҡорт телендә ниндәй хәрефтәр арҡыры бирелеүе тураһында һүҙ бара. Был хаҡта орфографияла: «Сит телдәрҙә башҡорт телендә булмаған е, я, ч, о, в, ц өндәре бар. Бындай өндәр сит һүҙҙәр арҡыры әҙәби телгә инеү өҫтөндә булһалар ҙа, уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн яңы хәрефтәр алынмай. Шуның өсөн дә сит телдән ингән һүҙҙәр, башҡорт әҙәби теле өсөн алынған хәрефтәр еткәнсе дөрөҫ яҙылып, етмәгәндә башҡорт теленә буйһондоролалар», — тип әйтелә (30-сы бит). Шунан һуң рус телендәге айырым өндәр урынына башҡорт телендә ниндәй хәрефтәр яҙылырға тейешлеге тураһында һанап кителә. Рус телендәге а өнө урынына а, a яҙыла (капа1, Vasilej); е өнө урынына i, ja (silsdvit, javraj, Jagyr); я—ja, ja (Jalta, Jaicef); в — v, f (vagun, safxuz); о — ь, и, а, ө (vulbs, Dun, Danbas); ц — s,ts (siruav, auseja, auatseja); ия, ue, зм — eja, zem (Angleja, Kammunizem); ua, ea — eja (pralitarejat, tejatbr).

Етенсе бүлектә баш хәрефтәр яҙылышы хаҡында ҡағиҙәләр бирелә: әлкә, республика, район ойошмалары, ҡала, ауыл, күл, йылға, урам, учреждение, мәктәп, йәмғиәт, ширҡәт, китап, газета, журнал исемдәре баш хәреф менән яҙылалар; бер нисә һүҙҙән торһалар, һәр бер һүҙе баш хәреф менән яҙыла, тиелә (Estarletamaq, Timer Arqa (тау исеме), Ө/ө Pidvuzb, Qala Sdvite); яңғыҙлыҡ исемдән килгән сифаттар бәләкәй хәреф менән яҙыла (orombur ҫаиъпъ, qazan sitege, masKav та1ь).

Ғөмүмән алғанда, орфография башҡорт теленең үҙенсәлектәрен шаҡтай иҫкә алып төҙөлгән. Ләкин шуның менән бергә етешһеҙ яҡтары ла күп кенә. Был етешһеҙлектәр ике төркөмгә бүленә: беренсе төркөмө орфографияның эшләнеп етмәүенән килгән етешһеҙлектәр. Мәҫәлән, ҡушма һүҙҙәр яҙылышы тураһында орфографияла бер нәмә лә әйтелмәй. Баш хәрефтәр яҙылышы бик өҫтән эшләнгән, ҡушма яңғыҙлыҡ исемдәрҙең бөтәһе лә баш хәреф менән яҙыла, тип дөйөм рәүештә генә әйтелә, дифференциация яһалмай. Шул арҡала Ағиҙел, ҡала советы, Борай ауыл советы кеүек иҫемдәрҙә лә һәр бер һүҙ баш хәреф менән яҙылырға тейеш була (Qala Savite, Boray Avbl Savite). Бер үк характерҙағы яҙылыштарҙа берҙәмлек юҡ, мәҫәлән, әҙәби, Вәли кеүек һүҙҙәрҙә беренсе- һендә i, икенсеһендә ej яҙыла (xarbi, Valej). Икенсе төркөм етешһеҙлектәр латинлаштырылған алфавиттың кәмселектә­ 77
Закрыть