Әхмәров Ҡ.3. Башҡорт яҙыуы тарихынан - 2012. Страница 76.

алына, һүҙ уртаһында өндәрҙе өҙөп әйтеү өсөн апостроф (’) ҡул­ ланылырға тейеш (тэв’элэ). Орфографияла төп принцип итеп фонетик принцип алына, ҡайһы бер урындарҙа фонематик- морфологик принцип та ҡулланыла (eegenge, unber, әйте­ леше— eegenge, umber). Рус теленән ингән һүҙҙәр шулай уҡ фонетик принципта яҙылалар. Был хаҡта: «Сит телдәрҙән ингән термин һәм һүҙҙәр өсөн әҙәби телдә алынған өндәр еткән тиклем дөрөҫ әйтеү нигеҙ итеп алына. Башҡорт теленә инеп, күптән үҙләшеп киткән сит тел һүҙҙәренең әйтелеше ялпы телендәгесә ҡала», — тиелә (8-се бит).

Икенсе бүлектә өндәрҙең дөрөҫ яҙылышы тураһында ҡағи­ ҙәләр бирелә. Иренләшеү, сингармонизм законы һүҙҙәрҙең аҙа­ ғына тиклем һаҡлана. Тамыр һүҙҙәрҙә һәм тоташ яҙыла торған ҡушма һүҙҙәрҙә q, к өндәре менән сиратлашалар (&^> trx^o,jGK,jGCfe, Q a /u io jo l); башҡорт һүҙҙәрендә һүҙ башында р, аҙағында Ъ яҙылмай, Ъ, р яҙыла (bbsaq, кугер); рус теленән ингән һүҙҙәрҙә һүҙ башында р яҙылышы һаҡлана, ә аҙаҡта Ъ яҙылышы һаҡланмай — р яҙыла (plan, к1ир); сифат­ тарҙың аҙағы i менән, ә исемдәр аҙағы ej, bj, oj, ej менән яҙыла (хэгЫ, Valej, Taxavbj, Qoloj, Xesnej); рус теленән ингән һүҙҙәрҙә ы урынына bj яҙыла (Rbyndin); һ хәрефе һүҙ башында, урта­ һында, ялғауҙар башында, ә ^ — тамыр һүҙ аҙағында, бойороҡ ҡылым аҙаҡтарында яҙыла {Аыг, ш£һэ, 4а&) бер һуҙынҡы аша ике һ йәки ике $ килмәй, тәүгеһе һ, ә икенсеһе булып килә {fvotxjp, һүҙ башында ике тартынҡы өн килгән­ дә, улар алдында һәр ваҡыт е, ъ яҙыла (bqsbm, erket ), бындай осраҡтарҙа рус теленән ингән һүҙҙәрҙә е, ъ яҙылмай (stansa, stins, stakan); һүҙ башында килгән r, v артынан а, э килһә, ул ваҡытта q, v алдынан ъ, е яҙылмай (vaqbt, RdSdj, rdsem).

Өсөнсө бүлектә ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы тураһында ҡағиҙәләр бирелә. Бөтә ялғауҙар ҡушып яҙылалар. Дүртенсе бүлектә айырым һүҙҙәрҙең яҙылышы тураһында әйтелә: «ине» ярҙамлыҡ ҡылымы -тсан-кэн, -ған-гэн ялғауҙарына бөткән ҡылымдарға ҡушып яҙыла (qajtqajnb, icilgdjne); ҡушма ҡылымдар айырым яҙылалар (аркИ түгел, а1ър tcil); киҫәксәләр айырым яҙылалар (qalbn, dbr, Kitap tbr, Ъагһьп da, tcilqan ddhd); һорау киҫәксәһе ҡушып яҙыла (и1ть); бойороҡ ҡылымдағы һана-һәнэ айырым яҙыла (bar һапа, ml һәпэ).

76
Закрыть